Албания Әсә (һәйкәл)
Албания Әсә | |
алб. Nëna Shqipëri | |
Нигеҙләү датаһы | 1971 |
---|---|
Дәүләт | Албания |
Административ-территориаль берәмек | Тирана |
Урын | Национальное кладбище мучеников[d] |
Жанр | паблик-арт[d] |
Булдырыусы | Кристак Рама[d], Мунтас Дхрами[d] һәм Шабан Хадери[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Бетон |
Бейеклеге/буйы | 12 метр |
Албания Әсә Викимилектә |
Албания Әсәһе - (алб. Nëna Shqipëri) — Албанияның баш ҡалаһы Тирана ҡалаһындағы Шәһиттәр ҡәберстаны янында ҡуйылған һәйкәл.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өс метрлыҡ аҫҡуймаға баҫтырылған ун ике метрлыҡ ҡатын һынынан ғибәрәт. Һындың ҡулында дәфнә (лавр) япрағынан үрелгән тәлгәш һәм йондоҙ. 1971 йылда эшләнгән.
Статуя илде әсә һынында тасуирлана, ул үҙен һаҡлап һәләк булған яугирҙарҙы ҡурсалап тороусы булараҡ кәүҙәләндерелгән.
Статуяның аҫҡуймаһында "Ватан шәһиттәренә мәңгелек дан" тип ырып яҙылған[1]
Һәйкәл бетондан ҡойолған[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл 1971 йылда ҡуйылған. Һын урынлаштырылған зыяратта 28.000 албан яугир партизан ерләнгән, улар барыһы ла Икенсе донъя һуғышы ваҡытында һәләк булған. [3]
Зыяратта Албанияның сәйәси эшмәкәре Әнүәр Хожа ла ерләнгән булған, һуңғараҡ уның кәүҙәһен икенсе, сәйәсиҙәр өсөн ҡәберлекккә күсергәндәр[4].
Һәйкәлдең авторҙары - Кристач Рама, Мунтаз Драми һәм Шабан Хадери[5]
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Знаменитые достопримечательности Албании: обзор и фото | Все достопримечательности [1]
- ↑ Mother Albania (statue)[2] 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ The “National Mothers” of Socialism: From Mother Albania to the Mother of Georgia [3]
- ↑ National Martyrs’ Cemetery – Tirana (ингл.). michaelharrison.org.uk. Micheal Harrison (2 iyun 2013). Дата обращения: 21 mart 2019. Архивировано 30 aprel 2017 года.
- ↑ Mother Albania (statue) . vv-travel.ru. VV-Travel. Дата обращения: 21 mart 2019. Архивировано 15 dekabr 2018 года.