Албан ҡатын-ҡыҙы
Албан ҡатын-ҡыҙы | |
Дәүләт | Албания |
---|---|
Урын | Албания |
Албан ҡатын-ҡыҙы Викимилектә |
Албан ҡатын-ҡыҙҙары — Албанияла йәшәгән һәм донъяға килгән ҡатын-ҡыҙҙар. Албанияла беренсе ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһына 1909 йылда нигеҙ һалына.[1]
Албан ҡатын-ҡыҙҙары Гег төньяҡ төбәгендә консерватив[2] һәм патриархаль йәмғиәттә йәшәй. Бындай традицион йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙар икенсе дәрәжәләге роль уйнай, улар «ир-аттарҙың өҫтөнлөк итеүенә» ышана. Был демократия килеүенә һәм коммунистик хеҙмәт партияһы осоронан һуң Албанияла ирекле баҙар иҡтисадына күсеүгә ҡарамаҫтан.[3] Албан Гег мәҙәниәте 500 йыллыҡ Леке Дукаджини ҡанунына, гегтарҙың традицион үҙ-үҙен тотоу кодексына нигеҙләнгән, унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп роле — балалар тураһында хәстәрлек күреү һәм тыуған ер тураһында хәстәрлек күреү[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорал йөрөтөү хоҡуғы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1878 йылда Бостонда сыҡҡан «Әҙәби донъя» (ингл. The Literary World ) баҫмаһына ярашлы, албан ҡатын-ҡыҙҙарына ҡорал йөрөтөү хоҡуғы бирелгән булған[4]
Тоскыла традицион социаль статус
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Албанияның көньяҡ һәм үҙәк өлөшөндәге Тоск төбәгендә матриархаль албандар тарихи рәүештә енси, дини һәм йәһәттән сексуаль йәһәттән тиң хоҡуҡлыҡты таныған.
Гегта традицион социаль статус
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эдит Дарем 1928 йылда, албан ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, Боронғо Грецияла йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, үс алыуға саҡырыу кеүек традицияларҙы хуплау йәһәтенән консервативыраҡ булып тора[5].
Икенсе донъя һуғышына тиклем ҡайһы бер гег албанлы ҡатын-ҡыҙҙар йыш ҡына таулы райондарҙа йәшәүсе ир-егеттәрҙең «өйҙәштәре» генә булып йәшәгән [3]. Гег ир-аттарҙың никахҡа инәсәкә ҡыҙҙың сафлығын һаҡлауына әһәмиәт биреүе ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡыҙлығын тергеҙеү өсөн түләүҙәренә китерә. Инфекциялар һәм ялҡынһыныуҙар ҡурҡынысы булыуға ҡарамаҫтан, актив сексуаль гег ҡатын-ҡыҙҙар Гег ҡалаларында яңынан «ғиффәтле» булыу өсөн «ябай 20 минутлыҡ гинекологик операция» уҙа[6].Шул уҡ клиникалар хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер кәләштәрҙе уларҙың кейәүҙәре никахлашыу төнөндә ҡан булманы тип, ғиффәтлелеккә тикшереү өсөн алып килә икән[6].Ҡатын-ҡыҙҙарҙан уларҙың ирҙәренә тоғро булыуы көтөлә, әммә никахлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙең үҙ милке тип иҫәпләнә. Гег албандарҙың патриархаль йәмғиәтендә ҡыҙыл бала тыуыуы хупланылмай[7]
Лаберияла традицион социаль статус
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лаберияның тормош рәүеше патриархаль йәмғиәт, ләкин гегтар һымаҡ уҡ түгел. Черногориялағы кеүек үк, Лабериялағы ҡатын-ҡыҙҙар бөтә ауыр эште башҡарырға мәжбүр ителә[8]
Гегтарҙа ҡыҙлыҡ анты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борон ир-ат булмаған ғаиләләрҙә, албан ҡатын-ҡыҙҙары "ҡыҙлыҡ анты биреп", ир-ат ғаилә башлығы ролен үҙ өҫтөнә ала алған, - ир-ат булараҡ йәшәргә, ир-ат булараҡ эшләргә, ҡорал-ҡорамал йөрөтөргә, мөлкәткә эйә булырға, ирекле хәрәкәт итергә, ир-ат кеүек кейенергә, әгәр улар быны теләһә, ир-ат кеүек исемдәр алырға, үҙҙәренең үҙаллылыҡ шәхесен яҡларға, килешеү буйынса никахтарҙан ҡасырға һәм улар менән ир-ат кеүек мөрәжәғәт иткәндә, ир-ат компанияһында булырға мөмкин булған[2].
Ул табыу өҫтөнлөрәк һаналған өсөн, йөклө албан ҡатын-ҡыҙҙарын осратҡанда ғәҙәттә "të lindtë një djalë", йәғни "улың тыуһын" фразаһы менән сәләмләйҙәр. Төньяҡ Албанияла, мәҫәлән, Мирдитта һәм уға яҡын таулы райондарҙа, албан ҡатын-ҡыҙҙары традиция буйынса беренсе ул тапҡандан һуң ғына никахҡа инә алған.
Аш-һыу әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле булғанса, үҙәк Албания ҡатын-ҡыҙҙары, бигерәк тә Эльбасан һәм яҡын-тирәләге төбәктәрҙәге ҡатын-кыҙҙар, 14 мартта билдәләп үтелә торған яҙғы Dita e Verës фестивале ваҡытында баллы балакумэ әҙерләйҙәр. Икенсе яҡтан, мосолман албан ҡатын-ҡыҙҙары, бигерәк тә бекташи ислам сектаһына ингән ҡатын-ҡыҙҙар, ашура (ғәшүрә) тип аталған пудинг әҙерләйҙәр, уны ваҡланған бойҙай, шәкәр, киптерелгән еләк-емеш, ваҡланған сәтләүек һәм дәрсен кеүек ҡушылмаларҙан ураҙаның унынсы көнөндә (ғәшүрә көнөндә) эшләйҙәр[3].
Албанияла ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урани Румбо (1895-1936) албан феминисткаһы, педагог һәм драматург, белем алыуға булышлыҡ иткән ҡатын. 1920 йылда Урани Румбо һәм башҡалар Гирокастерҙа иң мөһиме феминистик ойошмаларҙың береһе - албан ҡатын-ҡыҙын эмансипацияға әйҙәгән Лидхья-э-Груас (Ҡатын-ҡыҙҙар союзы) ойошмаһын төҙөй. Улар Drita гәзитендә белдереү баҫтыра, ҡатын-ҡыҙҙы дискриминациялауға, социаль шарттарға ҡаршы протест белдерә. Шулай уҡ 1923 йылда Урани Румбо ҡыҙҙарҙы Гирокастерҙағы «ирҙәр» лицейыйына йөрөргә рөхсәт талап итеү кампанияһында ҡатнаша[9]
Зог I идара иткән ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары Груадж Шик-Киптаре (1928-1939) законы нигеҙендә дәүләт тарафынан яҡланған, ул прогрессив сәйәсәт үткәргән һәм ҡатын-ҡыҙҙарға белем һәм һөнәри тормош хоҡуғын гарантиялаған, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәрәмдә (гаремдарҙа) тотоу; шулай уҡ мираҫҡа тиң хоҡуҡлылыҡ урынлаштырыла, айырылышыу, иҫәпкә ҡоролған йәки көсләп мотлаҡ никахтарға индереү, шулай уҡ полигамия тыйыла[10]. Мәгәр ғәмәлдә был прогрессив космополит ҡала элитаһына ғына ҡағылған һәм Албанияның күпселек ҡатын-ҡыҙҙары тормошона йоғонтоһо әҙ булған[10]
1920 йылда ҡатын-ҡыҙҙарға сикләнгән һайлау хоҡуғы бирелгән, ә 1945 йылда тауыш бирергә тулы хоҡуҡ алған.[11].Коммунистик хөкүмәт мәлендә Албания рәсми рәүештә гендер тигеҙлеге идеологияһы пропагандалана[12]. Коммунистик Албанияның һуңғы парламентында 75 ҡатын-ҡыҙ булһа, коммунистик ҡоролош бөткәндән һуң парламентта беренсе демократик һайлауҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙар һаны 9-ға тиклем кәмей[13]. 1991 йылдан һуң тынысһыҙ осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәле насарая[14].Албандар араһында дин тергеҙелеү күҙәтелә, мосолмандарҙа был ҡайһы бер осраҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсә булыу һәм йорт эштәрен үтәү кеүек традицион роленә әйләнеп ҡайтыуы тигәнде аңлата[15].2013 йылға ҡарата ҡатын-ҡыҙҙар парламенттың 22,9 процентын тәшкил иткән[16]
Никах, түллелек һәм ғаилә тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түллелек коэффициенты бер ҡатынға 1,5 бала тәшкил итә (2015 йылға баһа) [17], ә тергеҙелеү коэффициенты 2,1-гә тиң, тимәк, кәмеү күҙәтелә. Ауырға ҡалыуға ҡаршы сараларҙы файҙаланыу кимәле ярайһы уҡ юғары: 69,3% (2008 / 09 йыл) [17] Албан ҡатын-ҡыҙҙарының күбеһе 20-25 йәшендә үҙ ғаиләләрен булдыра: 2011 йылға беренсе никахҡа инеүҙең уртаса йәше 23,6 йәш һәм ир-егеттәр өсөн 29,3 йәш булған [18].
Албанияның ҡайһы бер ауыл райондарында никахтар әле лә ныҡ патриархаль ҡанундар буйынса төҙөлә[19]. Албанияла урбанизациябашҡа Европа илдәре менән сағыштырғанда түбән: халыҡтың дөйөм һанының 57,4 % - ы (2015 йыл)[17]. Йәмғиәт дөйөм алғанда көсләп никахлауҙы хупламаһа ла, был "илдә, бигерәк тә ауыл һәм алыҫ райондарҙа яҡшы билдәле факт", һәм был райондарҙа ҡыҙҙарҙы һәм ҡатындарҙы "бик йыш патриархаль менталитет һәм хәйерселек арҡаһында никахҡа инергә мәжбүр итәләр"[20].
Албанияла аборттар 1995 йылдың 7 декабрендә тулыһынса рәсмиләштерелә. Ҡатын-ҡыҙҙар процедураға тиклем аҙна эсендә консультация үтергә тейеш, ә аборт эшләүселәргә уларҙың ниндәй ҡатындарҙың дауалауы тураһында мәғлүмәт бирергә рөхсәт ителмәй[21].
Энвер Ходжи Коммунистик Албанияға идара иткән ваҡытта, ҡатын-ҡыҙҙарҙы законһыҙ рәүешьә аборттар эшләүгә йәки уларҙы үҙаллы хәл итеүгә этәргән, наталистик сәйәсәт үткәргән [22]. Һөҙөмтәлә Албания бөтә Европала әсә үлеме кимәле буйынса икенсе урында, һәм барлыҡ йөклөләрҙең 50% - ы аборт менән тамамланған тип иҫәпләнә[23].
Мәшғүллек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Коммунистик осорҙа ҡатын-кыҙҙар күп һанда ялланып эшләйҙәр. Албанияла күсеш осоро бик тиҙ иҡтисади үҙгәрештәр һәм ышанысһыҙлыҡ менән билдәләнә. Хеҙмәт баҙары күпселек күсеш осоро илдәренең иҡтисады өсөн уртаҡ булған күп кенә проблемалар менән осраша, күп секторҙарҙа эш урындары юғалтыла, улар яңы секторҙар барлыҡҡа килеү иҫәбенә ҡаплана алмай. 2011 йыл мәғлүмәттәре буйынса, йәш ҡатын-кыҙҙар араһында мәшғүллек дәрәжәһе 51,8% тәшкил иткән, йәш ир-аттар араһында 65,6% булған[24].
Белем алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1946 йылда халыҡтың 85 проценты тиерлек белемһеҙ була, сөнки албан телен ҡулланған мәктәптәр 1912 йылда бойондороҡһоҙ булып киткәнгә тиклем илдә лә булмай. Ун етенсе быуат уртаһына тиклем ғосман хакимиәте мәктәптәрҙә албан телен ҡулланыуҙы тыйған[25] . Коммунистик режим халыҡҡа белем биреүгә, шулай уҡ мәктәптәрҙә социалистик идеологияны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә [26]. 2015 йылға ҡарата ҡатын-ҡыҙҙарҙың белем кимәле ир-егеттәргә ҡарағанда бер аҙ түбәнерәк булған: ҡатын-ҡыҙҙарҙың белем кимәле 96,9 процент, ир-егеттәрҙең 98,4 процент булған[17].
Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡарата көс ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңғы йылдарҙа Албания ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн аҙымдар яһай. Был 9669 / 2006-сы Законды ҡабул итеү (ғаилә мөнәсәбәттәрендә көс ҡулланыуға ҡаршы көрәш буйынса саралар тураһындағы закон)индерелде[27] һәм Истанбул конвенцияһы ратификацияланды[28].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Biographical Dictionary of Women's Movements and Feminisms in Central, Eastern, and South Eastern Europe: 19th and 20th Centuries. — Central European University Press, 2006. — P. 454. — ISBN 978-963-7326-39-4.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Bilefsky, Dan. Albanian Custom Fades: Woman as Family Man, The New York Times, NYTIMES.com.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Elsie, Robert Albania . Advameg, Inc.. Дата обращения: 27 октябрь 2013. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ The Literary World: Choice Readings from the Best New Books, with Critical Revisions. — James Clarke & Company.
- ↑ Women's Influence on Classical Civilization. — Psychology Press. — ISBN 978-0-415-30958-5.
- ↑ 6,0 6,1 Rukaj, Marjola Virginity pressures in Albania bring women to the operating table . Women News Network (WNN). Дата обращения: 27 октябрь 2013. Архивировано 29 октябрь 2013 года. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ Albania
- ↑ Garnett, Lucy Mary jane and John S. Stuart-Glennie, The Women of Turkey and their Folk-lore, Vol. 2. D. Nutt, 1891.
- ↑ de Haan Franciska. Biographical dictionary of women's movements and feminisms in Central, Eastern, and South Eastern Europe: 19th and 20th centuries. — Central European University Press, 2006. — P. 475–77. — ISBN 963-7326-39-1.
- ↑ 10,0 10,1 Biographical dictionary of women's movements and feminisms in Central, Eastern, and South Eastern Europe: 19th and 20th centuries. G - Reference,Information and Interdisciplinary Subjects Series. Central European University Press. ISBN 963-7326-39-1.
- ↑ Archived copy . Дата обращения: 30 сентябрь 2016. Архивировано 2 октябрь 2016 года. 2016 йыл 2 октябрь архивланған.
- ↑ Human Rights in Post-communist Albania. — Human Rights Watch, 1996. — P. 164. — ISBN 978-1-56432-160-2.
- ↑ Encyclopedia of Women and Islamic Cultures: Family, Law and Politics. — BRILL, 2003. — P. 553. — ISBN 978-90-04-12818-7.
- ↑ Marilyn Rueschemeyer. Women in the Politics of Postcommunist Eastern Europe. — M.E. Sharpe. — P. 280. — ISBN 978-0-7656-2161-0.
- ↑ Albania: From Anarchy to a Balkan Identity. — C. Hurst & Co. Publishers, 1997. — P. 138. — ISBN 978-1-85065-290-8.
- ↑ Biographical Dictionary of Women's Movements and Feminisms in Central, Eastern, and South Eastern Europe: 19th and 20th Centuries — Central European University Press, 2006. — P. 454. — ISBN 978-963-7326-39-4.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 The World Factbook . cia.gov. Дата обращения: 17 июнь 2016.
- ↑ Select variable and values - UNECE Statistical Database . W3.unece.org (9 февраль 2016). Дата обращения: 17 июнь 2016.
- ↑ Archived copy . Дата обращения: 17 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 18 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ IRB: Albania: Forced marriages of women, including those who are already married; state protection and resources provided to women who try to avoid a marriage imposed on them (2010-June 2015) [ALB105216.E] | ecoi.net - European Country of Origin Information Network . ecoi.net. Дата обращения: 17 июнь 2016. Архивировано 30 март 2016 года.
- ↑ Aborti – vrasje e fëmijës së palindur (in Albanian) 2013 йыл 29 октябрь архивланған. Nr. 8045, data 07. 12. 1995, që është mbështetje e nenit të ligjit nr. 7491, të vitit 1991 "Për dispozitat kryesore kushtetuese" me propozimin e Këshillit të Ministrive, miratuar në Kuvendin Popullor të Shqipërisë.
- ↑ IRB: Albania: Forced marriages of women, including those who are already married; state protection and resources provided to women who try to avoid a marriage imposed on them (2010-June 2015) [ALB105216.E] | ecoi.net - European Country of Origin Information Network . ecoi.net. Дата обращения: 17 июнь 2016. Архивировано 30 март 2016 года.
- ↑ IRB: Albania: Forced marriages of women, including those who are already married; state protection and resources provided to women who try to avoid a marriage imposed on them (2010-June 2015) [ALB105216.E] | ecoi.net - European Country of Origin Information Network . ecoi.net. Дата обращения: 17 июнь 2016. Архивировано 30 март 2016 года.
- ↑ Youth Employment and Migration : Country Brief : Albania . Ilo.org. Дата обращения: 17 июнь 2016. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Albanian "Letërsia e gjuhës së ndaluar" (алб.). Дата обращения: 6 ғинуар 2010. Архивировано 5 июнь 2011 года.
- ↑ S.T. Dhamko. Boboshtica. Historie. Boboshtica, 2010 (dorëshkrim). Ff. 139-140.
- ↑ LAW No. 9669 of 18.12.2006 : "ON MEASURES AGAINST VIOLENCE IN FAMILY RELATIONS" . Osce.org. Дата обращения: 17 июнь 2016. Архивировано 26 май 2017 года.
- ↑ Bureau des Traités. Liste complète . Coe.int. Дата обращения: 17 июнь 2016. Архивировано 3 февраль 2016 года.
Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Албан ҡатын-ҡыҙы Викимилектә |
- Association of Albanian Girls and Women (AAGW)
- Women and Children in Albania, Double Dividend of Gender Equality 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. (PDF), Social Research Centre, INSTAT 2006
- World Vision promotes the equality of women in Albania 2017 йыл 25 сентябрь архивланған.
- The Women's Program 2017 йыл 5 август архивланған., Open Society Foundation for Albania
- OSCE Presence in Albania 2013 йыл 29 октябрь архивланған., osce.org