Александр Матросов бюсы (Салауат)
Александр Матросов бюсы — Салауат ҡалаһындағы Матросов бульварында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовҡа арналған скульптура.
Һәйкәл | |
Александр Матросов бюсы
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Салауат |
Скульптор | Л. Ю. Эйдлин |
Төҙөлөшө | 1960—1961 йылдар |
Бейеклеге | 3,2 м |
Материал | бронза |
Бөгөнгө хәле | ҡәнәғәтләнерлек |
Сайт | Рәсми сайт |
Александр Матросов бюсы Викимилектә |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 27 февралендә рядовой Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов) Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай һәм үҙенең батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Был батырлығы өсөн 1943 йылдың 19 июлендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының ҡарары менән ҡыҙылармеец Матросовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Партияның өлкә комитеты һәм Башҡорт АССР-ның хөкүмәте берлектә батырҙың исемен мәңгеләштереү тураһында ҡарар ҡабул итә. 1961 йылда Салауат ҡалаһының өлкә комитеты А. Матросовҡа бронза бюст ҡуйырға ҡарар сығара.
Салауат ҡалаһында Александр Матросовҡа һәйкәл 1961 йылда асыла. Скульпторы Эйдлин Л.Ю. Яңыртыу проекты авторҙары - Котова Т.А. һәм Сенникова Л.Н.
2009 йылда һәйкәлде йүнәтеү һәм тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре башҡарыла[1].
Композицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәлдең бетон нигеҙе гранит плиталар менән ҡапланған, ә һәйкәл тирәһендәге баҫҡыстар һоро йәшел төҫтәге граниттан яһалған. Һәйкәлдең тирә-яғы сәскәлектәр, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар менән матурланған. Шыршылар ултыртылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Любимый город Салават», 2009 год, 2000 экс. К 60-летию города Салават.