Эстәлеккә күсергә

Алмыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алмыш
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Волга буйы Болғары
Хеҙмәт итеүе Хазар ҡағанаты һәм Волга буйы Болғары
Тыуған көнө IX быуат
Вафат булған көнө 925
Атаһы Шилки[d]
Балалары Ахмад ибн Джагфар[d]
Һөнәр төрө суверен
Биләгән вазифаһы Йылтывар[d]

Алмыш (мосолман исеме Жәғфәр ибн Абдуллаһ йәки Жәғфәр бин Абдулла[1]), шулай уҡ Алмас-Хан, «Әмир Жәғфәр бин Силки Хан», Алмаз, Алмыш (Алмыш ибн Жәғфәр Шилки йәки Алмыш әмир, Алмыш мәлик, Алмыш батша, Алмыш (Абдаллаһ) Жәғфәр ибн Шилки, Алмыш илтәбәр (ﺋﻳﺒن ﺟﺎﻌﻔﺎﺭ ﺋﺎﻟﻣﺌِش ﺷﻳﻟﻜﻯ, bas.lat.)); IX быуат аҙағы — X быуат башы) — Иҙел буйы Болғары ханы, Шилки хандың улы (Силки, «Абдуллаһ»).

Төрки телдә Алмыш исеме «алыу, ҡулға төшөрөү, баҫып алыу» тигәнде аңлата.

Алмыш Хан (Алмыш) IX быуат башы — X быуат аҙағында хакимлыҡ итә. Тарихҡа ислам динен дәүләт дине итеп ҡабул иткән болғар дәүләтенең тәүге хакимы булараҡ инә. Дербенттан айырмалы рәүештә бында ислам тыныс шарттарҙа, ирекле инә.

Алмыш хан IX быуат аҙағында уҡ Жәғфәр бин Ғабдулла (үҙенең мосолман исеме) аҫтында исеме менән тәңкәләр баҫтыра башлай. 922 йылда Алмыш саҡырыуы буйынса Волга буйы Булғарына Әхмәт ибн Фаҙлан етәкселегендә Бағдадтан Ғәббәсиҙәр хәлифлегенән өс меңлек ғәрәп ҡарауаны килә.

Ибн Фаҙлан хөрмәтенә Алмыш хан улына Әхмәт тип исем ҡуша.

Әммә болғарҙар ғәрәп ғөрөф-ғәҙәттәренә күсмәй үҙҙәренекен һаҡлап ҡала.

  • Ҡатыны — уғыҙ хәрби етәксеһе Ҡатаған улы Әтрәктең ҡыҙы (йә һеңлеһе).
  • Улдары — Микаил, Әхмәт һ. б.
  • Ҡыҙҙары — бер ҡыҙы Хазар ҡағанаты ҡатыны була, икенсеһе — эскелдар ҡәбиләһе юлбашсыһының ҡатыны.
  1. Так у Марджани в переводе В. В. Радлова.