Алтынбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтынбаш

Алтынбаш (Solidago canadensis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Solidago L., 1753

Синонимдар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  36223
NCBI  59293
EOL  37721
GRIN  g:11278
IPNI  11048-1

Алтынбаш (лат. Solidágo, рус.  Золота́рник) — ойошма сәскәлеләр ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк ярымҡыуаҡтар ырыуы. 100-ләп төрҙө уҙ эсенә ала, башлыса, Төньяк Америкала, ҡайһы бер төрҙәре Европала, Азияла киң таралған. Яҡты урмандарҙа, ҡыуаҡ араларында, болондарҙа, һөҙәклектәрҙә һәм йылға буйҙарында үҫә. Канада алтынбашы (S.canadensis) декоратив маҡсаттарҙа үҫтерелә. 30-250 см оҙонлоҡтағы күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Тамырсаһы шыуышма. Һабағы тура, еңелсә ботаҡлы. Япраҡтары сиратлашҡан, ҡыяҡ-ланцет һамаҡ, өҫтәгеләре — ултырма, аҫтағылары — һаптарҙа. Сәскәләре ваҡ, алтын һыу һары төҫтә, күп һаплы кәрзиндәргә йыйылған, улар һабаҡ осонда оҙонса һепертке хасил итәләр. Емеше — бүрексәле орлоҡса. Июль — сентябрь айҙарында сәскә аталар. Орлоҡтарҙан һәм тамырсанан үрсей. Ҡоролоҡҡа һәм күләгәгә сыҙам үҫемлектәр.

Барлыҡ өлештәрендә лә флавоноидтар, сапониндар, органик кислоталар бар. Үлән төнәтмһе халыҡ медицинаһында үттән таш һәм бәүел ҡыуҙырыу, яра төҙәтеү сараһы булараҡ файҙаланыла. Баллы үҫемлектәр.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]