Алтын булла (1242)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алтын булла
Рәсем
1242 йылғы алтын булланың оригиналы

1242 йылғы алтын булла — Европаға монголдарҙың баҫып инеү осоронда Венгрия короле Бела IV Градец тораҡ пункты халҡына «ирекле король ҡалаһы» хоҡуҡтарын биргән эдикт. Документ 1242 йылдың 16 ноябрендә Вировитиц ҡалаһында ҡабул ителә һәм 1266 йылда раҫлана. Оригинал 57х46 сантиметрлыҡ пергамент киҫәгендә яҙылған, хәҙерге ваҡытта ул Хорватия Дәүләт архивында ҡаты консервация шарттарында һаҡлана, ә уның күсермәһе Загребтағы Ҡала музейында күрһәтелә.

Алдағы тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1241 йылдың яҙында Шайо йылғаһы буйындағы алышта монголдар венгр-хорват армияһын ҡыйраталар. 1241—1242 йылдарҙа монголдар хәҙерге Загреб территорияһына барып етәләр, юлда осраған тораҡ пункттарын юҡҡа сығаралар һәм яңыраҡ төҙөлгән Загреб соборын талайҙар. Монголдар киткәндән һуң король Бела IV, насар нығытылған ҡаласыҡтар яулап алыусыларҙы туҡтата алмауын күреп, нығытылған ҡаласыҡтар төҙөүҙе дәртләндереү маҡсатында бер нисә документ сығара, шуларҙың береһе әлеге Алтын булла була.

Шарттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтын булла «Загреб ҡалҡыулығындағы Градецты» «ирекле король ҡалаһы» тип иғлан итә. Ҡала менән «ҡала судьяһы» идара итергә тейеш була (хорв. gradski sudac, лат. iudex), ул халыҡ тарафынан йыл һайын һайланып ҡуйыла һәм ҡала мэры ролен башҡара. Бынан тыш, йыл һайын, 3 февраль көнө (Изге Власий көнөндә) , 8 «юрист» (лат. jurati) һәм 20 ҡала советы ағзаһы һайлана. Булла ҡала территорияһын билгеләй: Медведница тауҙарынан — көньяҡҡа табан, Врапчак йылғаһынан — көнбайышҡа һәм Сава йылғаһынан — төньяҡҡа. Ҡала, туранан-тура королгә буйһоноуға күрә, феодал юрисдикцияһы аҫтынан да, күршеләш ятҡан Каптол ҡалҡыулығында урынлашҡан сиркәү иерархтары юрисдикцияһы аҫтынан да сығарыла; Урта быуаттарҙа Градец халҡының һәм Каптолдағы руханиҙарҙың үҙ-ара бәрелештәре гражданлыҡ һуғыштарына килтерә. Градец халҡы күп кенә дәүләт һалымдарынан һәм йыйымдарҙан азат ителә.

Ташламаларға алмашҡа халыҡ үҙ иҫәбенә Градец ҡалаһы тирәләй нығытмалар төҙөргә тейеш була, һәм улар 1266 йылда эшләнә. Шулай уҡ улар король ҡалаға килгән осраҡтарҙа «12 үгеҙ, 1000 күмәс һәм 4 мискә шарап» әҙерләп ҡуйырға (1266 йылда король тарафынан был йөкләмә юҡҡа сығарыла) һәм Славонияның герцогын йәки Хорватия банын, улар ҡалаға килгән осраҡта, тулыһынса тәьмин итергә тейеш булалар (Хорватия баны бында бер тапҡыр ғына булып китә).

Һөҙөмтәләр һәм эҙемтәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике сауҙа юлы сатында урынлашҡан һәм таш стеналар менән уратып алынған Градец ҡалаһында XIV быуатта уҡ 3000 кеше йәшәй һәм ҡала Урта быуат Европа ҡалалары араһында билдәлелек яулай, сөнки бында аҡса һуғыу йортобула, шулай уҡ Славонияла йыйылған «утыҙынсы король өлөшө» (лат. tricesima; 1267 йылда Градец халҡы унан азат ителә), туплана, шуға күрә ҡала венгр-хорват дәүләтенең финанс үҙәге булып һанала.

Градец 1850 йылға тиклем «судья» тарафынан идара ителә, нәҡ ошо ваҡытта Градец, Каптол һәм тағы ла бер нисә тораҡ пункты формаль рәүештә яңы Загреб ҡалаһына берләштереләләр.