Алфавит һәм орфография принциптары
- А — а
А — а һүҙҙәрҙең ҡалын ижектәрендә яҙыла: ат, арба, сана, афиша, машина, магазин, гараж, лампа, ҡара, ҡала, парта, таҡта, ағас, алма, баҡса.
- Е — е
А. Е — е хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә ике төрлө функция үтәй:
а) һүҙ башында — йэ тигән ике өндө белдерә: ел, ең, еҙ, еләк, еҫ, ем, еүеш;
б) ижек уртаһында һәм ижек аҙағында э өнөн белдерә: бел, беҙ, һеҙ, теҙ, кей, кейеҙ, кейем, теймә, әрсе, бейе, тейен, эйе.
Б. Урыҫ әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә е хәрефе урыҫ орфографияһы нигеҙендә яҙыла: Европа, Енисей, техника, цех, трест, поезд, герой, телефон, тема, система.
- Ё — ё
Ё — ё хәрефе урыҫ әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла: ёлка, щётка.
- И — и
А. И — и хәрефе бер ижекле һүҙҙәрҙә һәм нәҙек ижек янында нәҙек өндө, ә ҡалын ижек янында ҡалын өндө белдерә:
а) ил, бит, кисә, киле, нигеҙ, ниәт, исем, кәмит;
б) сиҡан, сираҡ, синыф, ижад, тарих, Шафиҡ.
Б. Башҡорт теленә урыҫ әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙәге и урыҫ орфографияһы нигеҙендә яҙыла: тир (ата торған урын), кит (диңгеҙ хайуаны), биолог, кино, станция, вафли, Украина.
- О — о, Ө — ө
А. О — о хәрефе ике өнгә билдә булып йөрөй:
а) төп башҡорт һүҙҙәрендә ҡалын һуҙынҡы ирен өнө булған о өнөнә: он, ос, оло, ҡолон, болон, һоло, ҡорос, боронғо, ҡоро-лош, ҡоролошо;
б) урыҫ әҙәби теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге ҡалын һу-ҙынҡы о өнөнә: завод, производство, пароход, агроном, проф-ком, трактор, доктор, мотор, фронт, совет, кино, фото, район.
Б. Ө — ө хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә нәҙек ижектәрҙә яҙы-ла: көн, төн, көндөҙ, көсөргәнеш, бөгөн, төтөн, Өфө, өлгө, төлкө, төрлө, өмөт, төҙөлөш.
В. Беренсе ижектәрендә о йәки ө өндәре булған төп баш-ҡорт һүҙҙәренең башҡа ижектәрендә а, ә, у, ү һәми өндәренең береһе килмәһә, бөтә ижектәрендә лә о — ө яҙылышы һаҡла-на: оҙон, оҙонлоғо, оҙонлоғоноң; төҙө, төҙөлөш, төҙөлөшөнөң.
Әгәр ҙә бындай һүҙҙәрҙең ҡалған ижектәрендә а, ә, у, ү, и өндәренең береһе килһә, уларҙың һуңғы ижектәрендә ы, е хә-рефтәре яҙыла: тойоуы, ҡоралы, төҙөүе, мөмкинлеге, һөжүме.
- У — у, Ү — ү
А. У — у хәрефе ҡалын ижектәрҙә яҙыла: ур, уҙ, ут, Урал, уйһыу, ултырыш, уңыш, усаҡ, уяу, буйлы, буҫтау, дуҫ, ҡуҙаҡ, суртан, турғай, матур. Б. Ү — ү хәрефе нәҙек ижектәрҙә яҙыла: үлән, үр, үт, үткер, бүҙәнә, бүлмә, бүләк, дүрткел, күлдәк, күңелле, күл, күн, һүҙ. В. Шул уҡ у — ү хәрефтәре һүҙ уртаһында һәм аҙағында ирен тартынҡыһын да белдерә һәм башҡорт телендәге ҡалын һүҙҙәрҙә у, нәҙек һүҙҙәрҙә ү менән бирелә:
а) ауыл, дауыл, тауар, тауыш, яуын, һыу, быу, хайуан;
б) әүен, рәүеш, әүәләү, кәүҙә, кейәү.
Г. Исем ҡылым ялғауы -ыу — -еү, -оу — -өү рәүешендә яҙы-ла: барыу, килеү, ҡайтыу, күреү, йонсоу, тойоу, йөрөү, йөҙөү.
- Ы — ы
Ы — ы хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә ҡалын ижектә, ә урыҫ әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә урыҫ теле орфографияһы нигеҙен-дә яҙыла: ыласын, ырғаҡ, ырҙын, ихтыяр, хыял, ҡыяр, шыма, зыян, музыка, Сызрань.
- Э — э
Э — э хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә э өнө ишетелгән урын-дарҙа һүҙ башында ғына, ә урыҫ әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә урыҫ теле орфографияһы нигеҙендә яҙыла:
а) эл, элек, эш, эшсе, элемтә, эре, эркет, эйә, эйәләшеү;
б) электр, экран, экскурсия, аэростат, поэма.
- Ә — ә
Ә — ә хәрефе һүҙҙең нәҙек ижектәрендә яҙыла: әрем, әрә- мә, бәке, бәләкәй, әйт, әйтелеш, тәҙрә, мәғәнә, мәл, мәрәкә, ҡәләм, Ғәлимә, сәғәт, Бәләбәй, мәҡәл, мәҡәлә, мәрмәр, бәрхәт, бәрәкәт, әһәмиәт, вәғәҙә.
- Ю — ю
Ю — ю хәрефе йу ишетелгән урындарҙа һәм урыҫ теленән ингән һүҙҙәрҙә урыҫ орфографияһындағыса яҙыла:
а) юл, юҡ, юрған, юлдаш, юғары, юйғыс, Юлай;
б) юстиция, юрист, юбилей, июнь, июль, резолюция, компь-ютер, Люксембург, бюллетень, бюро, меню.
- Я — я
Я — я хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә йа ишетелгән урындарҙа, ә урыҫ әҙәби теленән ингән һүҙҙәрҙә урыҫ теле орфографияһы нигеҙендә яҙыла:
а) яр, ял, яй, ярыш, аяҙ, аяҡ, таяҡ, маяҡ;
б) тай — тая, ҡуй — ҡуя;
в) якорь, Рязань, Галя.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |