Эстәлеккә күсергә

Алһыу йөнтәҫ бәшмәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алһыу йөнтәҫ бәшмәк
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Lactarius torminosus (Schaeff.) Pers. 1797


Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
NCBI  152948
EOL  188308
MB  228133

Алһыу йөнтәҫ бәшмәк (лат. Lactarius torminosus) — һөтлө бәшмәктәр (лат. Lactarius) һарыҡ бәшмәге ғаиләһенән булған ашарға яраҡлы бәшмәк. (лат. Russulaceae).

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евразияла таралған. Башҡортостан Республикаһында ҡатнаш урмандарҙа июлдән алып сентябргә тиклем үҫә. Аҙыҡ итеп алдан ебетеп йәки бешереп тоҙланған килеш ҡулланыла.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эшләпәһенең диам. 4—13 см, яҫы, үҙәгендә батынҡы, төрөлгән йөнтәҫ ситле, ҡыҙарып торған урындары булған алһыу‑ҡыҙыл йәки тоноҡ һары төҫтә, сүсле. Пластинкалары йоҡа, һабына ҡушылып үҫкән йәки һалынҡы. Һабының оҙонлоғо 4—9 см, йыуанлығы 1,5—2,5 см, тигеҙ, аҡһыл‑ал төҫтә, эсе ҡыуыш. Итсәһе тоноҡ һары төҫтә, һөт һымаҡ һуты аҡ, әсе. Спора онтағы һарғылт аҡ төҫтә. Төркөмләп осрай, ҡайын менән микоризаға инә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Всё о грибах / ред.-сост. Н. Г. Лебедева. — Харьков: «Реликт», 1997. — С. 74. — ISBN 9984-9011-0-7.
  • Ҡалып:Книга:Грюнерт Г.: Грибы
  • Шубин В. И. Грибы северных лесов. — Петрозаводск: «Карелия», 1969.
  • Funghi. — Instituto Geografico De Agostini, Novara, Italia, 1997.

{{|pt}}

{{|en}}