Амара күле
Амара күле | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Ghergheasa River[d] |
---|---|
Илдәрҙә объекттың бассейны | Румыния |
Дәүләт | Румыния |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 30 метр |
Оҙонлоҡ | 4 km |
Киңлек | 800 метр |
Вертикаль тәрәнлеге | 3 метр |
Майҙан | 1,32 км² |
Күләме | 2 600 000 гектометр кубический |
Амара күле Викимилектә |
Амара күле (рум. Lacul Amara) — Румынияла Слободзея — Бузэу юлы буйында Яломица ауылы янында диңгеҙ лиманында урынлашҡан күл[1].
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл өҫтө майҙаны 123 га (0.51 квадрат миль), һыу күләме 2600000 м³ (0.00062 куб миль), оҙонлоғо 4 км (2.5 миль) һәм киңлеге 200 метрҙан 800 метрға тиклем (660 фут), иң тәрән урыны 3 метр (9.8 фут). Күл Ямолица йылғаһы менән ҡушылмаған уйһыулыҡта урынлашҡан. Күл һыуында тоҙ концентрацияһы бик юғары, сөнки күл даими рәүештә сөсө йылға һыуы менән тулыландырылмай һәм күл һыуы ҡоро климат шарттарында парға әйләнәп тора. Сульфат тоҙҙарына, бикарботанҡа, хлоридтарға, ионид һәм бромидтарға бай һыу төрлө ауырыуҙарҙы дауалаусы мәл барлыҡҡа килтерә. Һыуҙың дөйөм минераллығы 9.8 г/л[2]. Сапропель (һыу ятҡылыҡтары төбөнә ултырған үҫемлек ҡалдыҡтары һәм минераль матдәләр ҡатламы) мәл 40 % органик һәм 41 % минераль матдәләрҙән тора. Шифалы мәл терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған, гинекологик сирле һәм дерматоз менән яфаланған кешеләргә тәҡдим ителә[3]. Йөрәк-ҡан системаһы ауырыуҙары, Грейвс ауырыуы, баума һәм йоғошло ауырыуҙары булған кешеләргә мәл менән дауаланыу ҡәтғи тыйыла.
Өс ҡунаҡхананан торған 2000 урынлыҡ Амара шифаханаһы күл буйында урынлашҡан. 507 бүлмәле Lebăda Hotel ҡунаҡханаһы шифаханалаға иң ҙуры һәм илдәге иң ҙур ҡунаҡханаларҙың береһе[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Lacul Amara (билдәһеҙ). www.viaromania.eu. Дата обращения: 4 август 2009.
- ↑ Staţiunea balneo-climaterică Amara (билдәһеҙ). www.tratamentbalnear.ro. Дата обращения: 4 август 2009.
- ↑ Amara (билдәһеҙ). www.clevertour.com. Дата обращения: 4 август 2009. 2019 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Hotel Lebada 2** (билдәһеҙ). www.hoteluri.icar.ro. Дата обращения: 4 август 2009. 2011 йыл 8 октябрь архивланған.