Амфиболит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амфиболит структураһы микроскоп аҫтында

Амфиболи́т — массив йә иһә полосаһамаҡ метаморфик тау тоҡомо, башлыса, амфибол (ялған мөгөҙташ) һәм плагиоклаз минералдары ҡушылмаһы. Беренсел ултырма һәм магматик тоҡомдарынан үҙ ара ҡушылыуы, үҙгәрүе нәтижәһендә хасил була. Төҫө шыйыҡ һарынан алып ҡараға тиклем. Тығыҙлыгы 2,9-3,1 г/см3. Ғәҙәттә, амфиболит эре сығанаҡтар хасил итмәй, гнейстар, граниттар менән бергә табыла. Төҙөлөштә (ваҡланған таш әҙерләү), ваҡ-төяк әйберҙәр яһауҙа һәм стеналарҙы биҙәүҙә ҡулланыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]