Антигуа-Гуатемала
Антигуа-Гуатемала | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1543 |
---|---|
Дәүләт | Гватемала |
Административ үҙәге | Сакатепекес[d][1] һәм Генерал-капитанство Гватемала[d][2] |
Административ-территориаль берәмек | Сакатепекес[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC−6[d] |
Халыҡ һаны | 59 091 кеше (2021) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1582 метр |
Туғандаш ҡала | Сапопан[d], Халапа-Энрикес[d], Метепек[d], Корал-Гейблс[d], Канкун[d][3], Бенито-Хуарес[d][3], Оахака-де-Хуарес[d][4][5], Модиин-Маккабим-Реут[d][6] һәм Сан-Фелипе-дель-Прогресо[d] |
Милке | Estadio Pensativo[d] |
Сиктәш | San Antonio Aguas Calientes[d], Magdalena Milpas Altas[d], Santa Lucía Milpas Altas[d], Санта-Мария-де-Хесус[d], Ciudad Vieja[d], Jocotenango[d], Pastores[d] һәм San Bartolomé Milpas Altas[d] |
Алыштырған | Santiago de los Caballeros de Guatemala[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Почта индексы | 03001 |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Antigua Guatemala[d] |
Антигуа-Гуатемала Викимилектә |
Антигуа-Гуатемала йәки Ла-Антигуа (Antigua Guatemala, «Боронғо Гватемала» тигәнде аңлата) — колониаль Гватемаланың баш ҡалаһы, 1533 метр бейеклектә урынлашҡан. Хәҙер илдең көньяҡ-көнбайышындағы Сакатепекес департаментының административ үҙәге, Халҡы 34685 кеше тәшкил итә. (2007).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сантьяго де лос-Кабальерос ҡалаһына конкистадор Педро де Альварадо 1527 йылда нигеҙ һала. 1542 йылда Агуа вулканы урғылған ваҡытта ауыл мондоҙ ағыны менән юҡҡа сыға (хәҙер бында Сьюдад-Вьеха ауылы, йәки «иҫке ҡала»). Провиницяның баш ҡалаһы яңы урынға күсерелә, ул хәҙер Антигуа-Гуатемаланы биләй.
Сантьяго оҙаҡ ваҡыт Мехико һәм Лима араһында испан дәүләтенең ҙур үҙәге булып хеҙмәт итә. XVIII быуатта уның халҡы 60 меңгә етә. 1676 йылдан университет, 1660 йылдан башлап китап баҫыу эшләй.
Антигуа-Гуатемала «Панчой» үҙәнендә ята, «күл үҙәне» тип тәржемәләнә. Ҡала биналарының күп өлөшөн урта быуат архитекторы Хуан Батсита Антонелли проектлаған. Сантьяго сәйәси һәм дини баш ҡала, Яңы Испанияла король власының терәге була. Ҡалала өс ирҙәр монастыры: Санто-Дминго, Сан-Франциско һәм Ла Мерсед, һәм бер ҡатын-ҡыҙҙар монастыры төҙөлә. Индеецтар халҡы католицизмды теләп ҡабул итә, әммә шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡала: айҙың һәр 20-се көнөндә боронғо аллаһтарға арналған байрамдар үткәрә.
Ҡала йыш ҡына ер тетрәүҙәрҙән яфа сигә. 1773 йылда ҡала Санта-Марта тип аталған көслө ер тетрәүҙән тулыһынса тиерлек емерелә. Вирхен үҙәнендә яңы баш ҡалаға нигеҙ һалырға ҡарар итәләр, ләкин ҡайһы бер кешеләр иҫке урында ҡалыуҙы хуп күрә. Шулай ҙа баш ҡала иҫке ҡаланан 24 км алыҫлыҡта барлыҡҡа килгән Яңы Гватемалаға күсерелә.
Элекке Сантьягоны Антигуа йәғни «боронғо»тип атайҙар.
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антигуа Агуа, Фуэго, Сэрро де ла Круз вулкандары менән уратып алынған.
Хәҙер Антигуа-Гуатемала — колониаль дәүерҙең күп һанлы тергеҙелгән архитектура ҡомартҡыларынан торған ҡала-музей.
Антигуа илдең төп туристик үҙәге булып тора. Ер тетрәү арҡаһында барокко стилендәге ярым емерек ҡомартҡылар ҡаланы колониаль испан архитектураһының музейына әйләндерә. Пасха алдынан һуңғы аҙна — тантаналы дини процессия ваҡыты.
Йорттарҙа бында афишала, рекламалар юҡ, ә йорттар үҙҙәре тик бер ҡатлы. Юлдарҙа асфальт түәшлмәгән – тик ваҡланған таш ята, хатта юл хәрәкәте билдәләре махсус винтаж стилендә төҙөлгән. Бөтә ерҙән боронғолоҡ аңҡый, тап ошо сифаты өсөн Антигуа туристарҙың яратҡан урыны булып тора.
1979 йылда Антигуа Латин Америкаһында беренселәрҙән булып ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Архитектура ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Паласио де лос Капитанес Хенералес һарайы (1763—1764)
- Ратуша (1739—1743)
- Университет (1763—-1764)
- Нуэстра Сеньора де ла Мерсед сиркәүе (XVII б. — 1760)
- Боронғо китап музейы (1956)
- Колониаль музей (1936)
- Сантьяго музейы (колониаль осор сәнғәте, 1956)
- Каса-К`Охом айырым йортонда музыка һәм майя церемониялары музейы
- еремеклектәрҙән тергеҙеп алынған боронғо фонтан
- элекке ҡала төрмәһе бинаһы
- Каса-Попено айырым йорто
- Ла-Капучинас монастыры ҡалдыҡтары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 65 рус. • англ. • фр. |
- ↑ Сакатепекес — 1839.
- ↑ Генерал-капитанство Гватемала — 1542.
- ↑ 3,0 3,1 https://dianaalvarado.mx/quintana-roo/playa-del-carmen/alistan-primer-encuentro-ciudades-hermanas-de-cancun/
- ↑ https://www.municipiodeoaxaca.gob.mx/prensa/1281/aprueban-en-oaxaca-de-juarez-suspension-temporal-de-bares-cantinas-y-salones-de-fiestas/
- ↑ https://www.diariomarca.com.mx/2017/04/desde-1964-oaxaca-de-juarez-mantiene-25-hermanamientos-con-ciudades-de-mexico-y-el-mundo/
- ↑ https://dca.gob.gt/noticias-guatemala-diario-centro-america/antigua-y-modiin-son-ciudades-hermanas/#:~:text=Para%20reforzar%20los%20lazos%20de,para%20establecerse%20como%20ciudades%20hermanas.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Латинская Америка». Энциклопедический справочник в 2-х т.,Изд. «Советская энциклопедия», 1980, 1-й том, стр. 251