Антонин һәм Фаустина ҡорамы
Антонин һәм Фаустина ҡорамы | |
итал. Tempio di Antonino e Faustina | |
Нигеҙләү датаһы | 142 |
---|---|
Культура | Боронғо Рим |
Дәүләт | Италия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Рим[1] |
Урын | Римский форум[d] |
Бағышланған | Антонин Пий[d] һәм Фаустина Старшая[d] |
Изге ҡурсалаусы | Святой Лаврентий[d] |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Ҡулланыу статусы | закрыто навсегда[d] |
Антонин һәм Фаустина ҡорамы Викимилектә |
Антонин һәм Фаустина ҡорамы (итал.Antonino di Tempio e Faustina) — Рим форумындағы ҡорам, император Антонин Пий бойороғо буйынса беҙҙең эраның 141 йылында вафат булған ҡатыны Фаустина хөрмәтенә төҙөлгән. Антониндың вафатынан һуң 161 йылда ҡорамды ирле-ҡатындарҙың икеһенә лә арнайҙар.
Һуңғы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XI быуаттан да һуң ҡалмай (бәлки, VII быуатта уҡ) ҡорам изге Лаврентий сиркәүенә (in San Lorenzo Miranda) әйләнә, риүәйәткә ярашлы, ул 258 йылда бында император Валериана ваҡытында хөкөм ителә. Христианлаштырыу арҡаһында ҡоролма беҙҙең көндәргә тиклем яҡшы һаҡланған.
1429–30 йылдарҙа папа Мартин V сиркәүҙе аптекарҙар коллегияһына (Speziali Collegio degli) тапшыра. Сиркәү музейында Рафаэльға яҙылған рецепты күрергә мөмкин.
1536 йылда Изге Рим империяһы императоры Карл V килеүгә үҙенсәлекле антик ҡорамды асыҡ ҡалдырыу маҡсатында сиркәүҙең өс капеллаһы һүтеп алына.
1602 йылда барокко стилендә хәҙерге фасады төҙөлә[2]
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бина пеперин блоктарҙан торған юғары платформала тора. Ҡорамға үтеү урыны бейеклеге 17 м булған ун коринф колонналарҙан тора (фасад буйлап алты һәм икешәр арҡыры киҫемдә). Архитравта Divo Antonino et / Divae Faustinae ex S(enatus) c(onsulto) — «Сенат ҡарары буйынса Илаһи Антонинға һәм илаһи Фаустинаға» тип яҙылған. Антаблементты уратып алған мәрмәр фриздә грифондарҙың һүрәттәре һаҡланған. Элек мәрмәр менән көпләнгән целланың ҡабырға стеналары, платформа һымаҡ уҡ, вулкан туфтарынан эшләнгән[3]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Stierlin, Henri. Imperium Romanum. — Köln: Benedikt Taschen Verlag GmbH, 1996. — ISBN 3-8228-8729-3.