Эстәлеккә күсергә

Анюта (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анюта
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русса

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886 йылдың 5 мартында

Анюта  — хикәйә. Авторы- Антон Павлович Чехов. 1886 йылда яҙылған, шул уҡ йылдың 5 мартында "Осколки" журналының 8-се һанында баҫтырылған. Чехов тере саҡта хикәйә болгар, немец, серб-хорват һәм чех телдәренә тәржемә ителгән[1].

Хикәйә А. П. Чехов тарафынан 1886 йылда яҙылған, беренсе тапҡыр 5 мартта (иҫке стиль: 23 февраль), Осколки журналының 8-се һанында А. Чехонте имзаһы аҫтында баҫтырыла. "Пёстрые рассказы" йыйылмаһында 1886 йылда мөхәррирләнеп баҫыла. Һуңғараҡ хикәйәне Чехов әҫәрҙәренең икенсе томына индерә һәм нәшерсе Адольф Маркс тарафынан 1899—1901 йылдарҙа баҫтырыла.

1886 йылдың 16 ( иҫке стиль буйынса 3) февралендә яҙыусы Николай Лейкинға яҙған хатында Чехов цензура менән бәйле буласаҡ ҡайһы бер проблемалар тураһында яҙа: «Хикәйәмде ебәрәм… Унда студиоз ҡуҙғалтылған, ләкин либераль булмаған бер нимә лә юҡ. Наҙланып, тартынып тороуҙы ташларға кәрәк». Хикәйне цензура үткәрмәй. 6—7 февралдә Лейкин Чеховҡа яҙа: «Һеҙҙең 6-сы һанда баҫтырылырға тейеш булған хикәйәгеҙҙе цензура үткәрмәне. „Анюта“ цензор тарафынан комитет ҡарауына ҡалдырылды, ләкин был хикәйәнең "Осколкиҙа" үлеүенә тиң. Ниндәйҙер пуританлыҡ күрһәтергә теләйҙәр, йәнәһе хикәйәлә никахһыҙ йәшәгән кешеләрҙе күрһәтергә ярамай. Был ни хәл! Ныҡ ҡоторҙом ‹…› „Анютаның“ корректураһын әлегә ебәрмәй торам. Иртәгә цензорға барып, уның менән һөйләшәсәкмен»[2].

Артабан цензура комитеты «Анютаны» ҡыҫҡартып үткәрә. 1886 йылдың 13—14 февралендә Лейкин Чеховҡа хәбәр итә : «Әле генә цензура комитетынан Һеҙҙең „Анюта“ хикәйәһенең пакетын алдым. Комитет үткәрҙе, тик ҡайһы бер ерҙәрен ҡыҫҡартты. Анютаның студент менән һәм уға тиклем дә студенттар менән никахһыҙ йәшәүен һүрәтләү төшөрөп ҡалдырылды. Минең уйымса, хикәйә ныҡ боҙолманы һәм матур килеш ҡалды».

Хикәйә әҫәрҙәр йыйынтығында баҫтырылыр алдынан Чехов уның тексын бер нисә тапҡыр шымартып яҙа. Ҡайһы бер урындары автор тарафынан ҡыҫҡартыла, стиле төҙәтелә. Анютаның образы үҙгәртелә —уның ҡылыҡһыҙлығын һыҙатлаған урындар төшөрөлөп ҡалдырыла. Текстан юрист Кликушин персонажы алынып ташлана — уның монологы рәссам Фетисовҡа бирелә. Персонаждар теленән вульгаризмдар юҡ ителә, хикәйәнең финалы яңыртып яҙыла.

Ярлы йәш ҡыҙ Анюта «Лиссабон» ҡунаҡханаһының бүлмәһендә өсөнсө курс медик-студенты Степан Клочков менән йәшәй һәм уның өсөн анатомик модель дә булып тора. Ул сигеү сигә һәм хәйерселектән нисек сығыу юлын эҙләп уйлана. Уларға рәссам Фетисов килеп инә һәм Клочковтан Анютаны үҙенә бер нисә сәғәткә натурасы булып торорға ебәреүен һорай. Клочков риза, тик ҡыҙҙың ғына бер киәфәттә тороға теләге юҡ. Клочков һаман ныҡыша: «Ярар инде, бар! Кеше бит сәнғәт өсөн һорай, ә теләһә ниндәй буш әйбер өсөн түгел. Ҡулыңдан килгәс, нишләп ярҙам итмәҫкә?». Дуҫтар эстетика тураһында һөйләшәләр. Рәссам ҡыҙҙы үҙе менән алып китә.

Бер аҙ ваҡыт үткәс бер киәфәттә тороп арыған ҡыҙ рәссамдан әйләнеп ҡайта. Клочков Анютаны ташларға итә, ләкин бары тик ҡыҙҙы йәлләп үҙендә тағы ла бер аҙна уға йәшәргә рөхсәт итә.

  • Чехов А. П. Анюта // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982. т. {0}[13]{/0}} (1936) [Рассказы, юморески], 1885—1886. — М.: Наука, 1976. — С. 340—344.
  • «Наблюдатель», 1886, № 12, стр. 38. Рецензии на сборник «Пестрые рассказы».
  • «Мир божий», 1900, № 11, стр. 93.
  • Анюта. Оригинальный русский текст.
  • Анюта, перевод Constance Garnett на английский язык.