Эстәлеккә күсергә

Арпи (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Арпи
әрм. Արփի
Морфометрия
Абсолют бейеклеге2023 м
Майҙаны22 км²
Күләме0,1 км³
Урынлашыуы
41°04′ с. ш. 43°37′ в. д.HGЯO
Ил
[[ Әрмәнстан|Регион административ бүленеше]]Ширак өлкәһе
Армения
Точка
Арпи
 Арпи Викимилектә

Арпи күл (әрм. Արփի) [лич Арпи], элегерәк шулай уҡ Арпа[1] — Әрмәнстарында һыу ресурстары запасы буйынса икенсе урында торған күл . Ул Әрмәнстандың Ширак өлкәһе Ашот районында диңгеҙ кимәленән. 2023 метр  бейеклектә урынлашҡан Севан күле. менән бер рәттән, халыҡ һәм хужалыҡ өсөн әһәмиәте эйә булған күлдәрҙең береһе.[2]

Күл янында "Арпи күле" Милли паркын төҙөү планлаштырыла . Проектты тормошҡа ашырыпу биологик төрлөлөгөн һаҡлауға йүнәлтелгән.[3]

1946-1951 йылдарҙа Арпи күле һыу ресурстары күләмен арттырыу маҡсаты менән яһалма рәүештә ҙурайтыла. Шулай итеп,  уның майҙаны 4,5 мең км²-ҙан 22  км²-ға тиклем арттырыла, күләме 100 миллион м³-ға тиңләшә  . Бында әлеге мәлдә  балыҡсылыҡ кәсебе  һәм электр энергияһы етештереү .алға киткән

Күлдән Ахурян йылғаһы ағып сыға, күл янында  континенталь климат.[4]

Күл тирәһендә ҡоштарҙың100-ҙән ашыу төрө йәшәй районы күл. Уларҙың ҡайһы берҙәре Ҡыҙыл китапҡа.индерелгән.  

Күл эргәһендә йөҙөүсе ҡоштарҙан : һыҙғырыусы чирок (Anas crecca), кесе поганка (Tachybaptus ruficollis), аҡ ҡауҙы (Ciconia ciconia), һуна өйрәге (A. platyrhynchos), сумғыс өйрәк (Aythia ferina),  бүрекле ала өйрәк (A. fuligula), ҡыҙыл өйрәк (tadorna ferruginea), диңгеҙ тәтелдәүеге (alexandrinus Charadrius), һаралйын (gallinago Gallinago),зырҡыуыт (G. media), әрмән аҡсарлағы (Larus armenicus), кесе сарлаҡ (sterna albifrons) осрай. Ҡоштар араһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгәндәренән бөҙрә баба ҡошо  (crispus Pelekanus), ҡара ҡауҙы (Ciconia nigra), ҡәҙимге алаҡай (Tadorna tadorna) һәм һоро торна (Grus grus).сағыштырмаса йышыраҡ осрай:

Был күлдең эргә-тирәһендә түбәндәге үҫемлек төрҙәре үҫә. ҡуян күрәне, ҡамыш һәм юҡҡа сыға барған төрҙәрҙән: себер ирисе, ярсыҡлы шпажник, сфералы траунштейнер.[5]

  • Әрмәнстан гидрография
  • Әрмәнстан күлдәре
  • Әрмәнстандың балыҡ ресурстары