Артемьевтар
Викидатала элемент тултырылмаған |
Артемьевтар — ике боронғо дворяндар нәҫеле.
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был фамилия хаҡында мәғлүмәттәр 1550 йылдың 2 октябрендә Мәскәү өйәҙендәге алпауыт ере менән бүләкләгән Артемьев Семен Васильевичтан башлана. Артемьевтар дьяк һәм стряпчий булып хеҙмәт иткәндәр. Мәҫәлән, Борис Трифонович 1682 йылдан алып 1695 йылға тиклем Ҙур ҡаҙнаның дьягы, ә Федор Филиппович 1679 йылда стряпчий була. Артемьевтарҙың алтыһы 1699 йылда күп халыҡлы имениеларға эйә була.
Ырыу башлығының береһе булып Артемьев Иван Васильевич тора, ул новгород нәҫеленән, Ҡазанды алыуҙа (1552) һәм Өфө ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнаша. Уның бүләсәре Илья Михайлович, 1681 йылда Өфө һәм Ырымбур губерналарында алпауыт ере хаҡы менән версткаға һалына. Уның тоҡомо әйтеп үтелгән губернияларҙың шәжәрә китаптарында VI киҫәгендә яҙылған.
Артемьев Мирон, Юрьев-Ливон өйәҙенең крәҫтиәндәренән, лейб-компанияһы гранадеры, 1741 йылдың 31 декабрендә Рәсәй империяһының тоҡомдан килгән дворян дәрәжәһенә күтәрелә. 1751 йылдың 25 ноябрендә дворян дәрәжәһе дипломы бирелә.
Артемьевтарҙың икенсе нәҫеле бригадир Артемьев Василий Васильевичтан килеп сыҡҡан (1791), Смоленск һәм Тула губерналарының шәжәрә китаптарының I киҫәгендә яҙылған. Арттемьев гербы Бөтә Рәсәй империяһы дворяндар нәҫедәренең дөйөм гербтар китабында 9-сы киҫәгенә индерелгән.
Герб тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике өлөш булып бүленгән ҡалҡандың уң яғында ҡара ерлектә алтын атламала өс көмөш йондоҙ араһында өс янып торған тәбиғи төҫтәге аҫыл таш күрһәтелгән, был Беҙҙең Империяның Аллаһы тәғәлә ярҙамында ата-әсәнең вариҫлыҡ тәхетенә имен ултырыуы беҙҙең лейбкомпанияның күрһәтелгән данлыҡлы хеҙмәте һәм хәрби батырлығы, һул яғы ҡыҙыл тулҡынлы алтын ерлектә осло башы өҫкә ҡараған шпага һүрәтләнгән.
Ҡалҡан өҫтөндә ҡорос дворян шлем, шлемды уның өҫтөнә һалынған ябай ҡыҙыл һәм аҡ страус ҡанатлы һәм ике яҡҡа ҡайырылған ҡара төҫтәге ҡанатлы Гренадерҙар Лейбкомпанияһы шапкаһы биҙәй, ҡанаттарҙа өсөшәр көмөш йондоҙҙар һүрәтләнгән. Ҡалҡандың яҡтары буйлап ҡыҙыл һәм ҡара төҫтәге шлем билдәһе төшә, уң яҡтан көмөш, һул яҡтан алтын һалынған һәм ҡалҡан аҫтында «Тырышлыҡ һәм тоғролоҡ өсөн» тигән яҙыу бар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Артемьевы // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Долгоруков П. В. Российская родословная книга. — СПб.: Тип. 3 Отд. Собств. Е. И. В. Канцелярии, 1857. — Т. 4. — С. 255
- ДС, том I, стр.53
- Тройницкий С. Н. Герб Артемьева Мирона // Гербы лейб-компании обер и унтер-офицеров и рядовых. Рисунки О. Шарлеман. Списки Лейб-компанцев, рисунки и описания гербов. — Пг., 1915.