Архиерей йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Архиерей йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Архитектура стиле классицизм
Нигеҙләүсе генерал Кирсанов
Нигеҙләнгән 1824 йыл
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, 6101298000 объект № /№ 6101298000объект № /№ 6101298000
Бөгөнгө хәле реставрациялауға мохтаж

Архиерей йорто, шулай уҡ Кирсанов йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы Чехов урамы, 126 адресы буйынса урынлашҡан бер ярым ҡатлы бина[1]. 1992 йылдың 18 ноябренән төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1824 йылда төҙөлгән йорт казак ғәскәренең генерал-майоры Кирсановтың милке булып тора. 1917 йылда был бинала архиерейҙың фатиры һәм уның канцелярияһы урынлаша, бында йорт сиркәүе лә була. Ваҡыт үтеү менән йорт бүлмәләре коммуналь фатир итеп бирелә[1].

Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорттоң беренсе ҡаты юнылған. Колонналар икенсе ҡат кимәлендә балюстрада менән тоташа. Бинаның кәрнизе ҙур булмаған дүрт мөйөш формаһындағы сығынтылар менән биҙәлгән. Бельэтажды ярымциркуль формаһындағы, йөҙлөклө тәҙрәләр айырып тора. Йорттоң япмалы галереяһы бар, уның япмаһы коринф ордены колоннала тора, уларҙы бейек цоколле каннелюрҙар биҙәй. Нигеҙҙәре ерҙә тора. Фриз өҫтәндә дүрт уйымлы аттик урынлашҡан: уларҙың икеһе төп фасадта, берәр — ҡабырға яҡ стеналарҙа. Кирсанов йорто— Таганрогта классицизм стилендә төҙөлгән биналарҙың бер өлгөһө.

Таганрогтың иҫтәлекле урындарының береһе
Архиерей йортоноң фасады

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таганрогтың айырым ҡоролмаларын халыҡ үҙе боҙа һәм үҙгәртә. Шул сәбәпле, Архиерей йортоноң да колоннадаларын тупаҫ ағас балконға әйләндерәләр. Фасадтың буяуҙары ла ҡупҡан. Ҡаланың уникаль архитектура объекттары нисәмә йылдар инде реставрацияланмай[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]