Арыҫланов Ибраһим Ғариф улы
Арыҫланов Ибраһим Ғариф улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Эшмәкәрлеге |
Әхәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия -интернатының беренсе директоры |
Наградалары һәм премиялары | |
Арыҫланов Ибраһим Ғариф улы-педагог,Ишембай ҡалаһында 3-се һанлы башҡорт мәктәбенең (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) беренсе директоры була (1935—1937). Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1911 йылда тыуған. Педагог. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлаған.Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр Ишембай ҡалаһында 3-се һанлы башҡорт мәктәбенең (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) беренсе директоры була (1935—1937). Бөйөк Ватан һуғышы ветераны[1].
3-сө башҡорт мәктәбендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935-се йылда Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлегенә ҡараған Ишембай ҡасабаһындағы рус мәктәбендә 7 класҡа тиклем башҡорт һәм татар кластары асыла. Нефтселәр ҡасабаһы йылдам үҫә, уҡыусылар һаны тиҙ арта бара. Яҡын тирәләге башҡорт ауылдарынан килгән балаларҙы, ҡасаба эшселәренең балаларын уҡытыр өсөн яңы башҡорт мәктәбен төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
3-сө башҡорт мәктәбенең тәүге директоры итеп Ибраһим Ғариф улы Арыҫланов тәғәйенләнә[2].
1937 йылда дүрт ай эсендә мәктәптең яңы бинаһы төҙөлә, 1 сентябрҙән әҙер булған кластарҙа балаларҙы уҡыта башлайҙар.
1937 йыл илебеҙ тарихында иң ауыр осорҙарҙың береһе. Директор Арыҫлановты яҡшы эшләгәне өсөн маҡтап, райондың етәкселеге бүләкләп тора. Тик оҙаҡламай И. Арыҫланов та сәйәси репрессиялар шауҡымына эләгә. Уны граждандар һуғышы ваҡытында аҡтар яғында хеҙмәт иткән кешене эшкә алғаны, уҡытыу- тәрбиә эшендә, коллектив менән етәкселектәге етешһеҙлектәр өсөн тигән һылтау табып, вазифаһынан бушаталар.
1941 йылда һуғыш башланғансы, Ибраһим Ғариф улы ошо уҡ мәктәптә математика фәненән уҡыта.
Фронтҡа 1941 йылда китә. 5-се һауа десанты бригадаһында һуғыша, өс тапҡыр ҡаты яралана. Һуңғы тапҡыр ҡаты йәрәхәтләнгәс, Арыҫлановты тылға, госпиталгә оҙаталар. 2606-сы госпиталдә, үҙе уҡытҡан мәктәптә, яралы директор ятҡанын белгән уҡытыусылар менән балалар бик ныҡ шатлана. Арыҫланов һаулығы буйынса башҡаса фронтҡа ебәрелмәй.
Һуғыштан һуң эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң ул 1952 йылда Татарстанға, Әлмәт ҡалаһына күсеп китә. 1971 йылда пенсияға сыҡҡансы «Татспецстрой» тресының 2-се төҙөлөш-монтаж идаралығында прораб булып эшләй.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡыҙыл йондоҙ» ордены, « Германияны еңгән өсөн», « 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан Һуғышында Германияны еңеүгә 20 йыл» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- brgi.ucoz.ru/index/arslanov_i_g/0-45
- brgi.narod.ru/history.html
- brgi.ucoz.ru/index/istorija_gimnazii/0-25
- voshod-news.ru/news/raion/print: page,1,1792-istoriya-bogataya-i-slavnaya.html
- 1911 йылда тыуғандар
- 19 йылда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Ишембай
- Уҡытыусылар
- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты