Эстәлеккә күсергә

Атайсал (китап)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Атайсал
Атамаһы Атайсал (ауылдар буйынса белешмә)
Баҫма эштең авторҙашы Камалов Азат Әхмәҙулла улы
Автор Камалова Ф. У.
Нәшер итеүсе Китап
Нәшер ителеү урыны Өфө
Әҫәрҙең теле башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 2001

Атайсал — башҡорт ауылдары тураһында белешмә китап. Был китап Башҡортостандағы, әлеге ваҡытта күрше өлкәләр һәм республикалар биләмәһенә ингән башҡорт ауылдары тураһында әлегә иң тулы белешмә тип иҫәпләнә. Китаптың авторҙары— филология фәндәре докторы, ғалим-топонимист А. А. Камалов һәм Ф. У. Камалова. Китап тәүге тапҡыр 2001 йылда Өфөлә «Китап» нәшриәтендә башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән[1].

«Атайсал» башҡорт ауылдары тураһында иң тулы белешмә итеп төҙөлгән. Авторҙар Башҡортостан тарихы буйынса аҙ өйрәнелгән һәм билдәле сығанаҡтарҙан (боронғо, сит ил, урыҫ, башҡорт яҙмалары) мәғлүмәт бирә. Китаптың төп өлөшөн башҡорт ауылдары исемлеге биләй, уларҙың ырыу-ҡәбилә, нәҫеле, ораны, тамғаһы һәм башҡа атрибуттары тураһында мәғлүмәт бирелә. Улар Көньяҡ Урал һәм Уралға яҡын биләмәләрҙең төп халҡы — башҡорттар тарихын өйрәнеү өсөн бик мөһим сығанаҡ булып тора. Ғалим Камаловтар китабының үҙенсәлеге тип башҡорт халҡының боронғо ырыу— ҡәбилә, хәрби-сәйәси ойошмаһының ҡоролошо элементтарын, шулай уҡ фәнни экспедициялар, төрлө фондтар һәм архив материалдарын туплауҙы атарға була. Китапта тарихи-этимологик һүҙлек бар. Ул шулай уҡ төрлө дәүергә ҡараған картографик материал менән байытылған.

Китап аҙағында башҡорт ауылдары исемлеге һәм улар тураһында яҙылған бит күрһәтелә. Белешмә китап топонимика, башҡорт халҡының тарихы, айырым ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән.

А. Камалов «Атайсал» китабын авторҙашлыҡта сығарһа ла, бай ғилми тәжрибәһе, башҡорт географик терминдарын өйрәнеүҙәге эше был баҫмала ҙур урын алып тора. Уның ер-һыу атамаларының яһалышы, билдәләмәһе буйынса материалдары күпләп бирелә[2].

Башҡа авторҙарҙың китап тураһында фекере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.—544 с.