Эстәлеккә күсергә

Атанғолов Илдар Ғәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Атанғолов Илдар Ғәлимйән улы
Тыуған көнө 1 август 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто БДМУ

Атанғолов Илдар Ғәлимйән улы (1 август 1955 йыл) — табип, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).

Илдар Ғәлимйән улы Атанғолов 1955 йылдың 1 авгусында БАССР-ҙың Стәрлебаш районы Мортаза ауылында Ғәлимйән Сафа улы (10.01.1914) менән Мәфтүха Ибраһим ҡыҙының (10.08.1918) күп балалы ғаиләһендә тыуған. Башҡорт.

1972 йылда Өфө ҡалаһында 1-се Республика башҡорт гимназияһын, 1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай.


Хеҙмәт юлын 978 йылда Языковола Благовар районы үҙәк дауаханаһында башлай. 1979—1996 йылдарҙа хирург булып эшләй.

1979 йылдан 1989 йылға саҡлы Языковола Благовар район үҙәк дауаханаһында медицина бүлеге начальнигы.

1989 йылдың сентябренән Миәкә үҙәк район дауаханаһына табип-хирург, хирургия бүлеге мөдире итеп күсерелә.

1996 йылдан — Миәкә үҙәк район дауаханаһының баш табибы.

Ҡатыны — Атанғолова (Айнулова) Светлана Малик ҡыҙы

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ Комитеты ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы (2001)