Атени нығытмаһы
Атени нығытмаһы | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Атени нығытмаһы Викимилектә |
Атени нығытмаһы - (груз. ატენის ციხე) - Грузияның Гори муниципалитетына ингән тарихи ҡомартҡы.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атени нығытмаһы Х - XI ыуаттар арауығында таштан төҙөлгән. Диуарҙары бейек һәм ныҡлы. Форттың түбән яғында ярайһы ҙур һыу ятҡылыҡтары булған.
Нығытма 1920 йылғы ер тетрәүҙә ныҡ зыян күргән. Дәүмәле 38,4 х 17,2 м, ике секциянан тора. Төньяғындағыһы ҙур түгел, төп өлөшө көньяҡ өлөштә урынлашҡан.
Нығытма өсөн төрлө быуаттарҙа алыш барған. Иң көслө һөжүм XVII быуаттың утыҙынсы йылдарында була - Картли короле Ростом Теймураз королль яҡлыларға ҡаршы баш күтәрә. Ҡаты һуғыштарҙан һуң Ростом нығытманы тотош емертә. Хәҙер нығытма урынында бары харабалар тора.
2006 йылда Атени нығытмаһы милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Описание памятников истории и культуры Грузии , Т. 1-я стр. 166-170, тб. 2013 год.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ рус. Указ Президента № 665, 2006 от 7 ноября, г. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры 2019 йыл 1 июль архивланған.