Атмосфера циркуляцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һауа массаларының Ер шарын ҡуҙғалтыу анимацияһы

Атмосфера циркуляцияһы — ер өҫтөндә һауа әйләнеше.

Дөйөм (атмосферала ҙур масштаблы һауа ағымдары йыйылмаһы) һәм урындағы (бриздар, тау-үҙән елдәре һ.б.) Атмосфера циркуляцияһына айыралар. Атмосфера циркуляцияһы ер өҫтөндә географик киңлеккә бәйле, ҡояш радиацияһы ағымының тигеҙһеҙ бүленеше арҡаһында барлыҡҡа килә[1][2]. Иң тотороҡло зона һауа ағымдары булып пассаттар һанала[2]. Уртаса һәм юғары киңлектәрҙә һауаның зона күсеүе боҙолоуы күсмә циклондар һәм антициклондар барлыҡҡа килеү менән аңлатыла. Ҡышын материктар өҫтөндә көслө антициклондар (Азия һәм Канада антициклондары) була, океандар өҫтөндә йыл әйләнәһенә киң тәрән циклондар (Төньяҡ Атлантик һәм Төньяҡ Тымыҡ океан циклондары) һаҡлана[2].

Башҡортостан иң юғары антициклонлыҡ (Азия һәм Азор максимумы) һәм юғары циклонлыҡ (Төньяҡ Атлантик минимумы) райондары араһында аралаш урынды биләй, шуға күрә циркуляция процесы режимы ҙур үҙгәреүсәнлек менән характерлана, ул һауа шарттарының киҫкен һәм ҙур үҙгәрештәренә килтерә.

Атмосфера циркуляцияһы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. География почв: руководство для проведения практических занятий: Учебное пособие / Отв. ред. И. С. Урусевская — М.: МАКС Пресс, 2009. — 156 с. (стр. 13—14)
  2. 2,0 2,1 2,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; atm төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хромов С.П., Петросянц М.А. Метеорология и климатология: Учебник — Москва: MГУ, 2006. — 583 б.
  • Добровольский Г.В., Урусевская И.С. География почв — Москва: MГУ, 2006. — 460 б.