Ауыл көнкүреше (журнал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

«Ауыл көнкүреше» — «Уфимский сельскохозяйственный листок» баҫмаһының тәржемәүи ауыл хужалығы журналы. Өфө губернаһы земствоһы органы. 1914 йылдың ғинуарынан алып 1917 йылдың февраленә тиклем Өфөлә айына 2-3 тапҡыр төрки телендә сыға. «Шәреҡ» типографияһында нәшер ителә. Журналда ауыл хужалығы, сауҙа, сәнәғәт проблемалары буйынса мәҡәләләр, шулай уҡ Өфө губерна земствоһының протоколдары, уставтары, отчеттары баҫыла. Мөхәррире — П.Ф. Коропачинский, тәржемәсеһе — С.Л. Рәмиев.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]