Эстәлеккә күсергә

Афанасьев Олег Львович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Олег Львович Афанасьев
Тыуған көнө:

4 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (87 йәш)

Тыуған урыны:

Дондағы Ростов

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, прозаик, публицист

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Тышҡы һүрәттәр
Олег Львович Афанасьев

Афанасьев Олег Львович (4 июль 1937 йыл) — яҙыусы, прозаик, публицист. 1991 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Олег Львович Афанасьев 1937 йылдың 4 июлендә Дондағы Ростов ҡалаһында тыуған, шунда йәшәүен дауам итә. Бала сағы һуғыш йылдарына тап килә. Шартлатыуҙар, аслыҡ, хәйерселек, яланғаслыҡ һәм емереклектәр — Бөйөк Ватан һуғышының был фажиғәле һүрәттәре хәтерендә ҡала һәм әҫәрҙәрендә сағылыш таба. Урта мәктәп тамамлай. Ростов предприятиеларында токарь, иретеп йәбештереүсе, төҙөүсе булып эшләй. Проза әҫәрҙәрен 1980 йылдан алып баҫтыра.

«Стенд» тип аталған тәүге хикәйәһе «Цветы на бетоне» Ростиздат йыйынтығында баҫылған (1980 йыл). Артабанғы йылдарҙа «Дон», «Йәш гвардия», «Аврора» журналдары О. Л. Афанасьевтың «В стороне далекой», «Через грозу» повестарын, «Счастливчик» хикәйәһен сығара. Баҫмалар уҡыусыла танылыу таба, «литературная газета», башҡа матбуғат баҫмалары, урындағы һәм үҙәк матбуғатта хуплау рецензиялары сыға.

Афанасьев Олег Львович бер нисә пьеса яҙа.

«Ковчег» журналының премияһы лауреаты (2007 йыл).

  • Годы взрастания. — М.: Молодая гвардия, 1987.
  • Праздник по-красногородски. — Ростов-на-Дону, Ростиздат, 1990.
  • Праздник по-красногородски, или Легкая жизнь. — М.: Молодая гвардия, 1991.
  • Тихий Ростов-Дон. — Торонто, Канада, Booklandpress, 2007.
  • Праздник по-красногородски. — Торонто, Канада, Booklandpress, 2009.
  • Под монументом: Пьеса. -Таганрог, Нюанс, 2010.
  • Рождение червя по имени Антон Ященко: Рассказ. -Таганрог, Ню-анс, 2010.
  • Юрка Лютик: Повесть. В 2 кн. — Таганрог, Нюанс, 2010.
  • Афганец: Рассказы. — Таганрог, Нюанс, 2011.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5