Эстәлеккә күсергә

Ашкадарские зори (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Ашкадарские зори»
Тип

ижтимағи-сәйәси баҫма

«Ашкадарские зори» («Ашҡаҙар таңдары») — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Еңеүгә» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы. Фёдоровка районының Фёдоровка ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, башҡорт («Ашҡаҙар таңдары»), татар («Ашкадар таңнары») телдәрендә сыға.

1935 йылдың мартынан урыҫ телендә «Вперёд» («Алға») исеме аҫтында сыға башлай, июненән «К победе», 1967 йылдан алып шулай уҡ татар телендә «Жиңүгә», 1997 йылдан башлап башҡорт телендә «Еңеүгә» исемдәре аҫтында баҫыла; 2007 йылдың июненән хәҙерге исемдәрҙә сыға. 1963—1964 йылдарҙа нәшер ителмәй.