Аҡыллы контракт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡыллы контракт

Смарт-контракт (ингл. smart contract — аҡыллы контракт) — блокчейн технологияһында коммерция контракттарын төҙөү һәм эшләтеп тороу өсөн тәғәйенләнгән компьютер  алгоритмы.

Эш принцибы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡтар, криптовалюта селтәрҙәрендә аҡса күсереүгә ҡул ҡуйғандағыға оҡшаш ысулдарҙы ҡулланып, аҡыллы  контрактҡа ҡул ҡуя. Яҡтар ҡул ҡуйғандан һуң, контракт көсөнә инә. Аҡыллы контракт уның объекттарына эш итеүсе код ҡаршылыҡһыҙ  инә алған мөхиттә генә йәшәй ала.  Контракттың бөтә шарттары  математик һүрәтләүгә һәм аныҡ башҡарылыу логикаһына эйә булырға тейеш[1]

Аҡыллы контракттың объекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡул ҡуйыусылар —  аҡыллы контракттың, электрон ҡултамғалар ҡулланып, шарттарҙы ҡабул итеүсе йәки уларҙан баш тартыусы  яҡтары. Тура аналог — Bitcoin селтәрендә аҡса ебәреүсенең блоктар сынйырына  транзакция индереүен раҫлаған ҡултамғаһы. 
  • Договор предметы. Аҡыллы конракт эш иткән мөхиттең эсендәге объект ҡына  договор предметы була ала, йә аҡыллы контракт договор предметына кеше ҡатнашлығынан тыш туранан-тура үтә алырға тейеш.  
  • Шарттар. Аҡыллы контракттың шарттары аҡыллы контракт эш иткән мөхиттә программалаштырыла алған тулы  математик һүрәтләүгә эйә булырға тейеш. Нәҡ шарттарҙа договор предметы пункттарының үтәлеш логикаһы тасуирлана.  
  • Үҙәкләштерелмәгән платформа. Смарт-контрактты бүлеп һаҡлау өсөн уның яҙмаһы был платформаның Блокчейнында булырға тейеш[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]