Аҡ Дрин каньоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Аҡ Дрин каньоны
алб. Gryka e Drinit të Bardhë, сер. Кањон Белог Дрима
Каньон, Швань күперенән күренеш
Каньон, Швань күперенән күренеш
ИлКосово Республикаһы Косово Республикаһы/Сербия Сербия[1]
Тәрәнлеге45 м
Оҙонлоғо900 км
Сербия-Косово позиция картаһы әлегә юҡ.
Commons-logo.svg Аҡ Дрин каньоны Викимилектә

Аҡ Дрин каньоны йәки Аҡ Дрин тарлауығын (алб. Gryka e Drinit të Bardhë; сер. Кањон Белог Дрима) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһының көньяҡ-көнбайышындағы әллә ни ҙур булмаған тар тәрән үҙәк. Каньонда Аҡ Дрин йылғаһы аға. Каньон сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына, ни бары 900 метр оҙонлоҡта һәм уның тәрәнлеге 45 метр. Каньонға инер урында Ғосман империяһы заманынан тороп ҡалған иҫке Швань күпере бар, ул Балҡандың төрлө тарафтарынан һыуға сумыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. Аҡ Дрин йылғаһының каньоны, үҙенең гидрологик һәм геоморфологик әһәмиәте йәһәтенән, 1986 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы сифатында дәүләт һаҡлауы аҫтына алына[2][3].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡ Дрин каньоны Эрзе ауылы эргәһендә (Ораховац муниципаль берәмеге), Швань күпере янындағы Джяковица — Призрен юлында урынлашҡан. Каньон неоген осоронда барлыҡҡа килә. Уның барлыҡҡа килеүенә күп кенә тектоник процестар сәбәпсе була. Был тарлауыҡ каньондарға хас бөтә үҙенсәлектәргә эйә һәм унда карбонат ҡатламдары бар[4].

Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡ Дрин аша һалынған күпер

Оҙайлы геоморфологик процестар арҡаһында Аҡ Дрин ике эзбизле ҡая араһында каньон барлыҡҡа килтерә, хәҙерге көндә ул тикшеренеүселәрҙе һәм туристарҙы үҙенә ылыҡтыра. Джяковицаны һәм Призренде тоташтырыусы төп юлда урынлашҡанлыҡтан, күп кенә сит ил туристары һәм урындағы халыҡ Аҡ Дрин тарлауығын ҡарарға килә. Каньон аша һалынған бер аркалы Швань күпере туристар өсөн был яҡтарҙың тағы бер мөһим иҫтәлекле урын булып тора. Күперҙән ырғыусы спортсылар ярышы йыл да үткәрелә, унда төбәктең бик күп спортсылары ҡатнаша. 1986 йылдан күпер ҙә, каньон да дәүләт һаҡлауы аҫтында. Ҡурсаулыҡ зонаһы 199 гектар майҙанды биләй, ул Ораховац (124,96 гектар) һәм Джяковица (г 73,86)[5] муниципалитеттары биләмәһендә урынлашҡан. Каньондың өҫкө өлөшөндә ресторан эшләй, унда Аҡ Дринда тотолған балыҡ тәҡдим итәләр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Был географик объект расположен в Косовола урынлашҡан. Сербияның административ бүленешенә ярашлы, Косово уның составына Косово һәм Метохия автономия крайы булып инә. Косово өлөшләтә танылған дәүләт һанала, уның территорияһын Сербия контролдә тотмай.
  2. http://ecdebates.medijacentar.info/download/raporti_natyra_eng.pdf
  3. http://www.ammk-rks.net/repository/docs/1StateofNature.pdf
  4. http://www.balkansgeotourism.travel/content/drini-i-bardh%C3%AB-white-drin-canyon-kosovo/see5F0B3E30B356E011C
  5. http://www.ammk-rks.net/repository/docs/Hidromonumentet_e_mbrojtura_ne_Kosove.pdf