Аң (психология)
Аң — кешенең ысынбарлыҡты идеаль төшөнөү, белеү, фекер итеү һәләте; философия, психология һәм социологияның төп төшөнсәләренең береһе[1].
Аң шәхси һәм ижтимағи, кешеләр араһындағы барлыҡ мөнәсәбәттәрҙә сағылыш ала һәм сәйәси, хоҡуҡи, әхлаҡи, дини, ғилми һ.б. булараҡ билдәләнергә мөмкин. Урыҫ дини философтары (С. Н. Булгаков, В. С. Соловьёв, П. А. Флоренский һ.б.) аң Аллаһ тарафынан барлыҡҡа килтерелгән идеаль субстанция булараҡ ҡарала; материализм һәм позитивизмда (П. Л. Лавров, И. М. Сеченов, Н. Г. Чернышевский) — рефлекслы эшмәкәрлеккә нигеҙләнгән һәм мейе м‑н бәйле психик функция; диалектик материализмда (Н. И. Бухарин, В. И. Ленин һ.б.) — мейе функцияһы, объектив ысынбарлыҡтың сағылышы. Д. И. Дубровский һ.б. Аң кибернетика һәм юғары нервы эшмәкәрлегенең физиологияһы ысулдары ярҙамында ҡарай. Э. В. Ильенков кешенең ижтимағи‑практик эшмәкәрлегенең үҙенсәлекле продукты булараҡ аң идеаллеге концепцияһын тәҡдим итә, был психологтар Л. С. Выготский, П. Я. Гальперин, В. В. Давыдов, А. Н. Леонтьев хеҙмәттәрендә сағылыш таба.
Башҡортостанда аң проблемалары А. Й. Зарипов һәм Ф. С.Фәйзуллин (этник үҙаң), Ю. А. Калиев (мифол. А. һәм уның этномәҙәни статусы), Д. Г. Курачёв (дини үҙаң һәм конфессиональ мөнәсәбәттәр), С. М. Поздяева, И. В. Фролова (аң тибы булараҡ социаль утопия), В. К.Сәмиғуллин (хоҡуҡи аң) һ.б. хеҙмәттәрендә тикшеренеү предметы булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сознание (html). Психологический словарь. Дата обращения: 11 июль 2011. Архивировано 18 март 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Щербатых Ю. В. Общая психология. — Санкт-Петербург: Питер, 2008.
- Ильясов Ф. Н. Коммуникативный подход к идентификации сознания // Вестник Академии Наук СССР. — 1991. — № 2. — С. 62-67.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Т. В. Черниговская. Язык сознания.
- Ю. В. Щербатых. Структура сознания.
- А. В. Савельев. К вопросу о причинах происхождения философии нейрокомпьютеризации сознания.
- О. Ф. Левичев. Теоретическая модель синтетического сознания личности.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
Был психология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |