А. Г. Юков исемендәге Кадуй тыуған яҡты өйрәнеү музейы
А. Г. Юков исемендәге Кадуй тыуған яҡты өйрәнеү музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1974 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Рәсми сайт | musei-kadui.tilda.ws |
А. Г. Юков исемендәге Кадуй тыуған яҡты өйрәнеү музейы — «А. Г. Юков исемендәге Кадуй тыуған яҡты өйрәнеү музейы» муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы, Вологда өлкәһе Кадуй ҡасабаһында урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кадуй тыуған яҡты өйрәнеүселәре музей 1958 йылда булдырылған тип һанайҙар. Был көндө мәктәп уҡытыусылары А. Г. Юков һәм М. И. Кознев өлкән класс уҡыусылары менән бергә райондың ауылдарына ауыл көнкүреше предметтарын йыйырға, шул ауылдарҙың төрлө урындарының һәм кешеләренең тарихын яҙып алырға сыға. Музей шулай итеп мәктәптең 1959 йылда барлыҡҡа килгән тарих мөйөшөнән башланып китә.
Уҡытыусы А. Г. Юковтың әүҙем позицияһы арҡаһында 1974 йылдың 7 ноябрендә Кадуй беренсе һанлы урта мәктәбендә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла. Ул элек башланғыс кластар уҡыған бинала урынлаша.
1982 йылдың 15 майында уға «мәктәп музейы» тигән исем бирелә, ә 1989 йылдың 1 апрелендә Кадуй 1-се урта мәктәбенең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына халыҡ музейы тигән маҡтаулы исем бирелә.
1993 йылдаың 2 декабрендә, А. Г. Юковтың вафатынан һуң, район хакимиәтенең ҡарарына ярашлы, мәктәп музейына уның исеме һәм район музейы статусы бирелә. Әммә ете йыл буйына музей эшмәкәрлеген туҡтатып тора. Артабан уны бөтә коллекциялары фонды менән бергә музейҙың вариҫы булған «А. Г. Юков исемендәге Кадуй район тыуған яҡты өйрәнеү музейы» мәҙәниәт учреждениеһына тапшыралар.
Музей биналары һәм ҡоролмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей бинаһының адресы: Совет урамы, 16 йорт. 1999—2000 йылдарҙа бында капиталь ремонт үткәрелгән. 2000 йылдың 6 майында музей тәүге килеүселәрҙе ҡабул итә. Тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүҙең 55 йыллығына ҡарата ике экспозиция булдырыла. Улар «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кадуй халҡының хәрби һәм хеҙмәт даны» тигән дөйөм исем аҫтында күрһәтелә.
Әлеге ваҡытта учреждение Совет урамындағы ике ҡатлы йортта эшләүен дауам итә (был йорт 1910 йылда Кадуй ҡасабаһының тарихи өлөшөндә, тимер юлы вокзалы янында төҙөлгән). Йортто сауҙагәр Глеб Иванович Косов (ул Ворон йылғаһы янында һыу тирмәне тотҡан) төҙөгән. Ул шулай уҡ икмәк бешереү менән дә шөғөлләнгән. 1920 йылда уның йортон яңы Совет власы тартып ала һәм йортта ВКП(б)-ның Кадуй район комитеты урынлаша. 1960-сы йылдарҙа был ҡоролмала Кадуй ҡасаба Советы, район ЗАГС-ы, район архивы тора.
Мәҙәниәт учреждениеһы булған музей дөйөм алғанда 0,23 га майҙанда урынлашҡан. 2 ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны — 301,8 квадрат метр тәшкил итә, шул иҫәптән экскурсия-күргәҙмәләр залы - 199,3 квадрат метр майҙанды биләй, фондар һаҡлау бүлмәһенең майҙаны 21,9 кв. м.
Экспозиция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет урамында урынлашҡан музейҙа тәүге йылдарҙа даими экспозициялар асыла. Бындайҙарҙың һаны ете иҫәпләнә. Төп бүлектәре: «Археология», «Православие һәм йәмғиәт», «Һуғыш йылдарында», «Кадуй хәҙерге заманда», «Тормош даирәһе». Айырым комплекстары — «Тыуыу», «Тормош кәрәк-яраҡтары», «Туҡыу», «Тимерлек». Бында хәҙерге заман ысынбарлығы өсөн уникаль экспонаттар күрһәтелә.
Кадуй музейының түбәнге ҡаты кешеләр тормошона арналған. Бүлмәләр кеше тормошоноң ҡулсаһы рәүешендә (тыуыуы менән башланып ерләү менән тамамлана) төҙөлгән<ref>.
Музейҙа эҙләнеү эштәре әүҙем алып барыла. Тыуған крайҙың XIX—XX быуаттарҙағы тарихы һәм рухи тормошо тураһындағы архив материалдары өйрәнелә һәм анализлана. Арҙаҡлы яҡташтарының тормошо һәм эшмәкәрлеге, Кадуй районының Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы тормошо, Сталин репрессиялары тураһындағы 1920-30 йылдар материалдары йыйып барыла. Шулай уҡ урыҫ ауылдарының көнкүреш предметтары һәм врхеологик ҡаҙыуҙарҙағы табыштар музейҙың экспозицияларында урынлашҡан<ref>.
Музей коллективы күсмә лекциялар һәм экскурсиялар үткәрә.
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт музея
- Музеи края. Кадуй
- Кадуйский краеведческий музей имени А. Г. Юкова 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
- Музей краеведения. Кадуйский район 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.