А. Д. Нечаев дауаханаһы
Иҫтәлекле урын | |
А. Д. Нечаев дауаханаһы
А. Д. Нечаев дауаханаһы | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Новочеркасск |
Проект авторы | архитектор М. И. Попов |
Нигеҙләнгән | XIX быуат уртаһы, 1912 йыл |
А. Д. Нечаев дауаханаһы Викимилектә |
А. Д. Нечаев дауаханаһы — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты,Новочеркасскиҙа, Ростов өлкәһендәге архитектура һәйкәле. Ҡаланың Комитет урамы 64-се һанлы йортонда урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новочеркасск ҡалаһының Комитет урамындағы, 64-се һанлы йорто ике ҡоролманан тора. Шуға күрә бәлки, тикшеренеүселәр йортҡа нигеҙ һалыу датаһын төрлөсә атайҙар. Сығанаҡтарҙың береһендә йорт XIХ быуат уртаһында төҙөлгән, икенсеһендә — 1912 йылда төҙөлгән тип күрһәтелгән.
Бер ихатала ике йорт урынлашҡан, уларҙың береһе урам ҡыҙыл һыҙығынан эстәрәк, икенсеһе башҡа йорттар менән бер рәттә тора. Хәҙер был бинала физиотерапия бүлеге эшләй. Ике йорт араһы сүкеп эшләнгән металл кәртә менән тоташҡан. Йортто төҙөүселәр төрлө стиль элементтарын ҡулланғандар — бында модерн, классицизм, барокко һәм ренессанс элементтары осрай. Бер ярым ҡатлы бина тәүҙә төҙөлгән тип фаразлана. Уның фасады ризалит менән айырылған өс өлөшлө симметрик композициялы. Йорт ҡабырғаларында рельефлы композициялар, унда ҡулына бала тотҡан ҡатындар һыны бар. Пилястрлы тәҙрә йөҙлөктәре көмбәҙле портик рәүешендә тамамланған. Йорт кәрнизе биҙәкле, унда ҡабырсаҡтар бар. Йортҡа инеү порталы төҙөлөш барышында бейек цоколға күтәртелеп ҡуйылған. Йорт ихатаһында фонтан урынлашҡан.
Был йорт адресы буйынса 1912 йылда архитектор М. И. Попов проекты буйынса яңы йорт төҙөлгән[2]. Йортта 10 койкалыҡ шәхси дауахана урынлашҡан. Унда билдәле табиптар — аталы- уллы Нечаевтар эшләгән. Дауаханала һыу һәм электр-яҡтылыҡ менән дауалағандар. Дауаланыу бында түләүле булған. Совет осоронда бинала нервы ауырыуҙар бүлеге эшләй. 1992 йылда йорт мәҙәни мираҫ объектты тип таныла һәм закон менән һаҡлана.