Эстәлеккә күсергә

Бошман батыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(БОШМАН БАТЫР битенән йүнәлтелде)
Бошман батыр
Зат ир-ат
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы
Туған тел башҡортса‎

Бошман батыр — XIII быуаттың 30-сы йылдарында Волга буйында Монгол империяһы ғәскәрҙәренә ҡаршы яу башлығы[1].

Сығышы менән ҡыпсаҡтарҙың Бүреле ырыуынан. Ас ҡәбиләһе етәксеһе Ҡасир-укулэ менән берлектә Дәшти-Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре берләшмәһен монголдарға ҡаршы көрәшкә туплай. 1237 йылда Волга буйындағы монгол ханы Мүнкенең 20 меңлек ғәскәре менән ҡаты көрәштә еңелеп, Бошман әсирлеккә төшә.

Башҡорт халҡының «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр» легендаһы буйынса хандың ғәскәр башлығы булырға теләмәгәне өсөн ул үлтерелә. Башҡорт этносының ҙур бер өлөшөн тәшкил итеүсе Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары ырыуы исемен һәм үҙҙәренең сығышын ошо тарихи шәхес менән бәйләй[2][3].

Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары Көйөргәҙе районының Кинйә, Яңы Ямаш, Түкән ауылдарында йәшәй.

  • Тизенгаузен В. Г. Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. Т.2. М.—Л., 1941
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей. Т.2. М.—Л., 1960
  • Башкирское народное творчество. Т.2: Предания и легенды. Уфа, 1987
  1. БАЧМАН, ист. личность
  2. БАЧМАН, ист. личность
  3. Башкирское народное творчество. Т.2: Предания и легенды. Уфа, 1987