Бошман батыр
Бошман батыр — XIII быуаттың 30-сы йылдарында Волга буйында Монгол империяһы ғәскәрҙәренә ҡаршы яу башлығы. Сығышы менән ҡыпсаҡтарҙың Бүреле ырыуынан. Ас ҡәбиләһе етәксеһе Ҡасир-укулэ менән берлектә Дәшти-Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре берләшмәһен монголдарға ҡаршы көрәшкә туплай. 1237 йылда Волга буйындағы монгол ханы Мүнкенең 20 меңлек ғәскәре менән ҡаты көрәштә еңелеп, Бошман әсирлеккә төшә. Башҡорт халҡының «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр» легендаһы буйынса хандың ғәскәр башлығы булырға теләмәгәне өсөн ул үлтерелә. Башҡорт этносының ҙур бер өлөшөн тәшкил итеүсе Ҡыпсаҡ ҡәбилһенең Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары үҙҙәренең ырыуы исемен һәм сығыштарын ошо тарихи шәхес менән бәйләй.
Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары Көйөргәҙе районының Кинйә, Яңы Ямаш, Түкән ауылдарында йәшәй.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?:
|
![]() |
Был Башҡортостан тарихы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |