Эстәлеккә күсергә

Бисәләр (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бабы (рассказ) битенән йүнәлтелде)
«Бисәләр»
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1891

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1891 йылдың 25 июнендә

Бисәләр — А. П. Чехов хикәйәһе. 1891 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1891 йылдың 25 июнендә «Новое время» гәзитендә баҫылған.

Хикәйә тәүге тапҡыр 1891 йылдың 25 июнендә (иҫке стиль буйынса) Новое время гәзитенең 5502-се һанында баҫыла. Бер ни тиклем үҙгәртелгәндән һуң хикәйә Палата № 6 йыйынтығына (Санкт-Петербург, 1893) индерелә һәм йыйнтыҡтың 2-7 баҫмаларында (1893—1899 йылдарҙа) донъя күрә.

1891 йылдың июлендә Иван Горбунов-Посадов Чеховтан был хикәйәне айырым баҫма итеп сығарыуын үтенә: «…был хикәйә урындағы Тартюфтар,ҡәбәхәт, аҙғын, хоҙайҙан ҡурҡып изге булып күренергә тырышҡан монафиҡтар тураһындағы сағыу хикәйә»,-тип әйтә. Бер аҙ стилистик төҙәтеүҙәр яһап, Чехов хикәйәне нәшерсе Адольф Маркс 1889—1901 йылдарҙа баҫтырған әҫәрҙәре йыйынтығының алтынсы томына индерә[1].

Хикәйә баҫылып сыҡҡас, уны мәктәптәрҙә өйрәнеүҙе һәм дөйөм халыҡ йөрөгән китапханаларҙа уҡыуҙы тыялар. Дмитрий Аверкиев, белем биреү Министрлығының ғилми комитеты ағзаһы, «Бисәләр» хикәйәһенә ошондай хөкөм сығара: «тарих яҡшы яҙылған, тик әхлаҡи нигеҙҙәр бик тотороҡһоҙ, шунлыҡтан хикәйәне дөйөм китапханаға ҡуйырға ярамай».

Лев Толстой «Бисәләр» хикәйәһен Чехов хикәйәләрен яҙып барған үҙенең шәхси исемлегенә иң яҡшыһы тип яҙып ҡуйған. Чехов тере саҡта хикәйә болгар, немец һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителгән.

Хикәйәләге ваҡиға Райбужа ауылындағы тимер башлы, ике ҡатлы йортта бара. Йортта Филипп Иванов Кашин, Дюдя ҡушаматлы, хужа ғаиләһе менән йәшәй.

Матвей Саввич, мещан, Кашин йортонда төнгөлөккә ҡала. Дюдя, Матвей Саввич менән һөйләшеүҙән һуң, уның ҡалала үҙ йорто менән йәшәүен, Кузька менән немец-колонистарҙан ҡуртымға алған баҡсаһын ҡарарға китеп барғанын асыҡлай.

Дюдя Матвей Саввичтан Кузька уның кеме тип һорай. Матвей Саввич Дюдяға тәрбиәгә алған, хеҙмәтсе ҡатын кеүек ҡурҡаҡ улының бик ныҡ сәйер һәм һуш китерлек тарихын һөйләп бирә.

Был тарих күбеһенсә Матвей Саввич аҙҙырған Кузьканың әсәһе, Машеньканың, тарихы. Шулай Машеньканың ире Вася армияла хеҙмәт иткән саҡта, Матвей Саввичтың уға күҙе төшә һәм был хәл арҡаһында Кузька донъяға килә. Вася һалдаттан ҡайтҡас, Машенька үҙе күрә алмаған кешегә кире ҡайтыуҙан баш тарта. Артабан Вася холеранан вафат була. Ауылда Вася үҙ үлеме менән үлмәгән, ә уны Маша ер йөҙөнән юҡ иткән тигән хәбәр тарала. Был түрәләргә барып етә. Васяны ҡәберҙән ҡаҙып алып тикшерәләр һәм уның ҡорһағында мышьяҡ табалар. Полиция Машенька менән Кузьканы ҡулға ала. Машеньканы төрмәгә ултырталар. Суд уны Себергә 13 йылға каторгаға ебәрергә тигән хөкөм сығара. Ләкин Машенька Себергә барып етә алмай… өшөп-янып ауырып китә һәм төрмәлә үлә, ә Кузьканы өйҙәренә ҡайтаралар.

Ул ҡайтҡандың икенсе көнөндә Матвей Саввич Кузька менән арбаға ултыра ла йорт ихатаһынан сығып китә.

Чехов А. П. Бабы // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

  • Бабы, оригинальный русский текст
  • Бабы, два ранних (1908 и 1918) перевода на английский язык