Эстәлеккә күсергә

Бакден һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бакден һарайы
Нигеҙләү датаһы 1175
Рәсем
Дәүләт  Бөйөк Британия[1]
Административ-территориаль берәмек Бакден[d]
Историческое графство Хантингдоншир[d]
Мираҫ статусы охраняемый памятник[d][1]
Карта
 Бакден һарайы Викимилектә

Бакден һарайы (ингл.  Buckden Towers) — XII быуатта төҙөлгән замок, Англияла, Кембриджширҙың Бакден ауылында урынлашҡан.[2]

Күп сығанаҡтарҙа һарайҙың барлыҡҡа килеүе XV быуатҡа ҡараһа ла, ысынында беренсе ағас ҡәлғә Линкольн ҡалаһы епископтарының резиденцияһы булараҡ 1175 йылда төҙөлгән. Һуңынан, 1475 йылда, ағас конструкцияныңнигеҙен кирбес менән алмаштыралар һәм диураҙар һәм йырын менән һаҡланып торған бейек кирбес манара төҙөйҙәр, 1832 йылда комплекс өлөшө сиркәү вәкилдәре бойороғо буйынса һүтелә.

Рим-католик епископлығы Нортгемптонға күскәндән һуң, 1956 йылда миссионер-кларетиндар замок биләмәһен кесе семинария итеп итеп ҡуллана, унда кларетин булырға теләүсе балаларҙы алдан өйрәтәләр. Кесе семинария 1965 йылдың июлендә ябыла, шунан бирле Бакден һарайы кларетиндарҙың конференц-үҙәге була. Шулай уҡ биләмәлә Линкольдан Изге Хью католик сиркәүенең мәхәлләһе урынлашҡан, ул урта быуат һарайы урынында тора һәм семинаря юниорҙары өсөн сиркәү булараҡ төҙөлгән. Башнялар килеүселәр өсөн тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында асыҡ, ммә эттәрҙе алып килеү тыйыла.

1551 йылдың 16 июлендә, Генри, герцог Саффолк һәм уның ҡустыһы лорд Чарльз бында тире ауырыуынан вафат булалар[3]. Улар Кембриджелағы эпидемиянан ҡотолоу өсөн Бакденға килгән булалар[4].

1630 йылдарҙа бында епископ Уильямс йәшәй, ул Бакденды яҡшы хәлгә килтерә, ул ҡунаҡсыллығы менән айырылып торған[5].

Антиквар Эдвард Джон Раджа 1839 йылда тарихи хеҙмәтен баҫтырып сығара, ул Бакден замогы тураһында ҙур булмаған очерк була[6]

Билдәле килеүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Генрих III 1248 йылда килә.
  • Эдуард I 1291 йылда килә.
  • Ричард III 1483 йылда килә.
  • Екатерина Арагонская[7]
  • Маргарет Бофорт ( Генрих VII әсәһе) 1501 йылда килә.
  • Генрих VIII һәм Екатерина Говард 1541 йылда килә. 1541 йылда, тәхеткә ултырыр алдынан король һәм королева Англия буйлап сәйәхәт иткәндә Бакден замогына туҡталалар. Нәҡ ошо сәйәхәт ваҡытында Екатерина хыянатта ғәйепләнә һәм 1542 йылда башын киҫеү юлы менән үлтерелә[7]
  • Яков I 1619 йылда килә.
  • Георг IV 1814 йылда килә.
  1. 1,0 1,1 Buckden Palace // National Heritage List for England
  2. Buckden Towers The comprehensive gazetteer and bibliography of the medieval castles (ингл.). Gatehouse website. Дата обращения: 26 ғинуар 2016.
  3. 2
  4. Read Evelyn. Lady Suffolk My: Portrait of A Catherine Willoughby, Duchess of Suffolk. — New York: Alfred A. Knopf, 1963. — pp. 82-84
  5. Anthony Milton, «Laud, William (1573—1645)», Dictionary of National Biography, Издательство Оксфордского университета, 2004. (Accessed 5 October 2006.)
  6. Ҡалып:Книга:DNB
  7. 7,0 7,1 The Palace of Buckden, fortified manor house and jail of a queen (ингл.). Buckden Palace Page on Cambridge Military History Website. Дата обращения: 30 ғинуар 2016.