Замок (ҡаралты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Замок
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә кастеллология[d]
Пиктограмма
3D-модель
Вид с воздуха
Өлөшләтә тура килә шато[d] һәм Алькасар[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from castles[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of castles[d]
 Замок Викимилектә
Фуалағы һарай ошо исемдәге ҡалала иң бейек ҡоролма.

Замок (пол. zamek, чех zámekzámek[1], урта үрге немецсәнән туранан-тура тәржемә.slōʒ — «бик» һәм «нығытма». Урта үрге немец һүҙе, лат. clusaclusa «келә, форт, нығытма»[2]) — бина (йәки биналар комплексы), ул үҙендә торлаҡ һәм оборона-фортификация бурыстарын яраштыра. Тәүге рәсми замоктар феодалдың үҙен һәм уның ғаиләһен нормандарҙың (викингтарҙың) һәм венгрҙарҙың һөжүменән яҡлау өсөн төҙөлә. Һүҙҙең киңәйтелгән мәғәнәһе — урта быуат Европаһында феодалдың нығытылған торлағы. Бик күп һанда замоктар беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән, һәм улар тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары булып тора.

Функциялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Феодал замогы һәм уның биҫтәләренең төп функциялары түбәндәгеләр:

  • хәрби (һуғыш операциялары үҙәге, округты хәрби контролдә тотоу сараһы),
  • административ-сәйәси (округтың административ үҙәге, илдең сәйәси тормошо туплана торған урын),
  • мәҙәни-хужалыҡ (округтың һөнәрселек-сауҙа үҙәге, юғары элитар һәм халыҡ мәҙәниәте үҫешкән урын).

Аныҡлаусы характеристикалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Химэдзи замогы («Аҡ Селән һарайы») — туристар араһында Япониялағы иң популяр замоктарҙың береһе
Крепостәр, кремлдәр (кирмәндәр) таш диуар менән уратып алынған Константинополь һәм Антиохия ҡалаларынан айырмалы рәүештә замоктар йәмәғәт һаҡланыуы ҡоролмаһы булмай, уларҙы урындағы дворяндар, нигеҙҙә, феодалдар төҙөй һәм уларҙың милке була.[3] Шуға ярашлы замок феодал һәм уның сюзерендары өсөн тәғәйенләнә. Ленно-вассал системаһы сюзерен һәм уның вассалдары араһындағы үҙ-ара бәйләнешкә ҡоролған, унда вассалдың хәрби хеҙмәтенә алмашҡа сюзерен уға үҙенең суверенлы ерҙәрен бирә һәм унан лояллек көтә.[4][5]

Беренсе тәре походы ваҡытында көнбайыш армияларға ҡала-крепостар һәм форттар осрай, улар был ҡоролмаларҙы замоктар тип атай, әммә хәҙерге заман билдәләнеше шарттарында улар замок тип аталмай.[6] Крепость һәм замок араһындағы айырманы аңлау мотлаҡ. Замок — ғәмәлдә бер ҡоролма (бина), унда диуар, күперҙәр, торлаҡ биналары, бинаны уратып алған соҡорҙар һәм башҡа ҡоролмалар бер бөтөнгә берләштерелгән, ә крепость — башнялары булған диуар менән уратып алынған ер участкаһы.

Крепость биләмәһендә төрлө төҙөлөш ҡоролмалары (йорттар, сиркәүҙәр, келәттәр һәм башҡалар) булыуы, шулай уҡ бөтөнләй бер ҡоролманың да булмауы ла ихтимал — был осраҡта крепостной ихата тураһында һүҙ бара. Бынан тыш крепость, ҡағиҙә булараҡ, замокҡа ҡарағанда ҙурыраҡ майҙанды биләй, шуға ла биләмәһенә төрлө төҙөлөш ҡоролмаларын ултыртыу мөмкин була.

«Замок» термины тимер быуат биналары, нығытмаларына ҡарата бик үк дөрөҫ файҙаланылмай, мәҫәлән, Дорсетелағы Дева Замогы.[7] Замок, крепость һәм төрмә булараҡ ҡына түгел, ә рыцарҙарҙың иптәштәре менән һыйлана, күңел аса алған урыны ла була. Әлбиттә, замок оҙаҡ ваҡыт дошман көстәренән һаҡланыу урыны булып хеҙмәт итә, әммә ваҡыт үтеү менән замоктар архитектураһында эстетик биҙәлеш өҫтөнлөк ала бара, сөнки замоктың тышҡы күренеше һәм ҙурлығы — хужаһының дәрәжәһе һәм власының сағылышы[8]

Замоктар тик Европала ғына булған, тигән хата фекер йәшәй, Яҡын Көнсығышта ла замоктар була, уларҙы тәре походында ҡатнашыусылар.[9] күсереп ултырта. Был фекергә ҡапма-ҡаршы дәлил дә килтерергә була: Японияла XVI һәм XVII быуаттарҙа замоктарға оҡшаш структуралар барлыҡҡа килә, бына уларҙың пәйҙә булыуы Европа менән бәйле түгел, уларҙың үҫеү тарихы ла бөтөнләй икенсе. Был замоктар Европа замоктарынан айырылып тора һәм бөтөнләй башҡа төрлө һөжүмдәргә ҡаршы тороу өсөн төҙөлә.

Состав өлөштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уба[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Убала төҙөлгән Шато де Гизор һарайы донжоны (төп башняһы)

Йыш ҡына ҡырсын, торф, эзбизташ йәки сыбыҡ-сабыҡ менән буталған ерҙән өйөлгән уба. Уның бейеклеге күбеһенсә 5 метрҙан артмай, әммә ҡайһы берҙә бейеклек 10 метрға тиклем барып етә. Убаның өҫтөн йыш ҡына балсыҡ, йәки ағас иҙән менән көпләйҙәр. Уба йомро була, ләкин нигеҙен квадратҡа яҡыныраҡ итеп йомролаталар, убаның диаметры кәм тигәндә бейеклегенән ике тапҡырға ҙурыраҡ була.

Уба башында ағас, һуңыраҡ таштан эшләнгән оборона башняһы урынлаша, уны баҡса уратып ала. Убаны һыу менән тултырылған йәки һыуы булмаған соҡор урата, соҡорҙан алыған ер һыу тирәләй өйөләп ҡуйыла, ул ҡәлғә уры тип тә атала. Башняға уба битләүенә ҡуйылған баҫҡыс һәм аҫылмалы күпер ярҙамында үтеп була.

Эске ихата[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Убаны уратҡан йәки уға терәлеп урынлашҡан һәм майҙаны 2 гектарҙан артмаған ҙур эске ихата, уның эсендә шулай уҡ төрлө торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары —замок хужаһы һәм уның һаҡсыларының торлаҡтары, ат һарайҙары, тимерлек, келәттәр, кухня һәм башҡа ҡаралтылар. Тыштан ихата ҡойма менән, артабан яҡындағы һыу ятҡылығынан даими тултырылып торған һыулы соҡор һәм ҡәлғә уры менән һаҡлана. Ихатаның эсе бер нисә өлөшкә бүленә ала, йәки уба янында уға терәлеп кенә урынлашҡан бер нисә ихата булдырыла.

Донжон[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европаның феодаль замоктарының төп башняһы. Замок диуарҙарындағы башняларҙан айырмалы донжон крепостной диуар эсендә (ғәҙәттә сит кеше тиҙ арала ғына таба алмаҫлыҡ, һаҡланған ерҙә) урынлаша һәм башҡа ҡаралтылар менән бәйле булмай — уны крепость эсендә крепость тип тә атап була. Оборона объекты булыуҙан тыш донжондар ғәҙәттә феодалдарҙың торлағы хеҙмәтен дә үтәй. Шулай уҡ унда замоктың төрлө мөһим биналары — ҡорал һаҡлағыс, төп ҡоҙоҡ һәм аҙыҡ-түлек келәттәре урынлаша.

Крепостной диуар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франциялағы Каркасонда крепостной диуарҙың классик элементтарын табырға була, таш күперле һаҡлағыс соҡор, цилиндр формаһындағы башнялар, ҡапҡалар, шулай уҡ гурдиция

Крепостной диуарҙар — эске ихата тирәләй төҙөлгән һаҡлаусы ҡоролма. Замокты штурмлағанда баҫҡыстар менән файҙаланған һөжүм итеүселәргә ҡыйынлыҡтар тыуҙырыу өсөн диуар ярайһы уҡ бейек, ҡамау механизмдарының ҡеүәтенә ҡаршы торһон өсөн бик ҡалын булырға тейеш, сөнки XV быуаттан һөжүм ваҡытында артиллерия ла ҡулланыла башлай. Типик диуар ҡалынлығы 3 метр, бейеклеге 12 метрға етә. Ерҙе соҡоп, диуар аҫтынан һарайға эләгә алмаһындар өсөн крепостной диуар буйлатып отмоскалар һалына. Диуарҙағы башнялар замокты һаҡлаусыларға һөжүмселәрҙе даими утта тотоу мөмкинлеген бирә. Европала XIII быуатҡа тиклем диуарҙа бойницалар ҡалдырылмай, сөнки улар диуарҙың ныҡлығын кәметә, тип иҫәпләгәндәр.

Ур[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альтенбург һарайы уры һәм стенаһы

Ҡағиҙә булараҡ, урҙар, оборона системаһының бер өлөшө булараҡ, замок тирәләй ҡаҙыла. Улар крепостной диуар аша үтеүҙе ауырлаштыра, шул иҫәптән таран йәки ҡамау башняһы кеүек ҡамау ҡоралдарына ҡаршы тора ала. Һыу тултырылған урҙың төп төғөйенләнеше — ерҙе соҡоп, диуар аҫтынан замокҡа үтеүгә юл ҡуймау. Йыш ҡына йылғаларҙы йәки башҡа һыу ятҡылыҡтарын урҙар менән тоташтырып ҡуялар, был урҙа гелән һыу булыуын тәьмин итә. Урҙың һайығауына юл ҡуймау өсөн ул даими таҙартыла. Ур аша йөҙөп сыҡмаһындар өсөн ур төбөнә ҡолғалар ҡағып та ҡуялар.

Ҡапҡалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диуар менән кәртәләп алынған ҡаланан кешеләр, транспорт, тауар һәм хайуандарҙың ҡалаға инеүен һәм сығыуын контролдә тотҡан урын булһын өсөн ҡала ҡапҡалары ҡуйыла. Быларҙан тыш ҡапҡаларҙың башҡа төрлө тәғәйенләнеше лә була. Улар ваҡыты менән оборона, һаҡлау ҡоролмаһы ролен дә үтәй. Ғәҙәттә ҡапҡа төбөн һаҡсылар һаҡлай, йыш ҡына төнгөлөккә ҡапҡалар бикләнә. Ҙур ҡапҡалар ябыҡ саҡта кешеләр йәнәшәһенә ҡуйылған бәләкәй ҡапҡа аша йөрөй. Ҡапҡаларға күп һанда бикләү механизмдары ҡуйыла, ике яғына уҡтан атыу өсөн бойницалары булған башнялар төҙөлә. Ҡапҡа аша замокҡа инеү урыны ярайһы уҡ оҙон ғына араны алып тора. Был ҡапҡа аша инә алған дошманға туранан-тура уҡ ямғыры яуҙырыу өсөн эшләнә.

Барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге замоктарҙан алда б. э. тиклем VIII—VII быуаттарҙа Ассирия биләмәһендә нығытмалар төҙөлә. Боронғо Рим архитектураһында замоктарҙың прототибын күрергә мөмкин. Ул дәүерҙә Рим императорҙарының ҡаланан ситтәге замоктары, мәҫәлән, император Диоклетиандың Салондағы (хәҙерге Сплит поместьеһы, Хорватия) замогы, нығытмалар ҡуйып һаҡлана. Боронғо Рим нығытмалары Урта быуат дәүерендәге Европа замоктары архитектураһына ярайһы уҡ ҙур йоғонто яһай. Фортификация ҡоролмалары Византияла киң таралыу ала, унан IX быуатта улар Көнбайыш Европаға үтеп инә.

Феодаль тарҡаулыҡ һөҙөмтәһендә үҙ-ара һуғыштар йыш ҡуба, шуға ла феодалдың торлағы оборона бурысын да үтәргә тейеш була. Көнбайыш Европала дворян-феодалдарҙың торлағы булараҡ замоктар X быуаттан күпләп төҙөлә (П. Туберҙең терминологияһы буйынса «замокланыу» күҙәтелә)[10]. Англияла замоктар төҙөлөшө XII быуатта киң таралыу ала.

Урта быуаттар дәүере тамамланыу менән замоктар үҙҙәренең иң тәүге тәғәйенләнешен — обороналау бурысын юғалта, һәм уның урынына торлаҡ булыу мәсьәләһе алғы планға күсә. Артиллерия үҫешеү менән замоктарҙың оборона функцияһы бөтөнләй юғала; замок архитектураһы һыҙаттары тик биҙәк элементы сифатында ғына һаҡлана (француз замогы Пьерфон, XIV быуат аҙағы).

Симметрияны аныҡ күҙәтеп даими рәүештә планлаштырыу өҫтөнлөк ала бара, төп бина һарай (дворец) ролен үтәй (Париждағы Мадрид замогы, XV—XVI быуаттар) йәки Белоруссиялағы Несвиж замогы (XVI быуат). XVI быуатта Көнбайыш Европала замок архитектураһы һарайҙар архитектураһы тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Грузияла замоктар XVIII быуатҡа тиклем әүҙем төҙөлә, сөнки оборона бурысын уларға оҙағыраҡ үтергә тура килә.

Бер феодалдың ғына милке булмайынса, рыцар орденына ҡараған замоктар ҙа була. Ундай замоктар ҙурлығы менән башҡаларҙан айырылып тора, мәҫәлән, Кёнигсберг замогы.

Рейн, Луара үҙәндәрендә, Испанияла һәм Палестинала (тәре йөрөтөүселәр замоктары) күп һанда замоктар һаҡланған.

Рустә һәм Рәсәйҙәге замоктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо заман осоро, урта быуаттар һәм Яңы заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Русь дәүләтенә ҡағылышлы шуныһы иғтибарға лайыҡ: хатта феодаль тарҡаулыҡ осоронда ла замоктар төҙөлөшө киң таралмаған. Боронғо урыҫ нығытмалары, ғөмүмән бик үҙенсәлекле була: ҡала менән тығыҙ бәйләнештә булғанға күрә, улар оборона ҡоролмаларын ғына түгел, ә культ һәм торлаҡ биналарын да үҙ эсенә ала. Урыҫ ерендә ҡаланың төп һыҙаты — уны имән ҡойма йә булмаһа ағас йәки таш диуар менән уратып кәрәтәләнеүе. Ҡала ҡамалған осраҡта унда йәшәүселәр тәғәйенләнеше буйынса Европа замоктарына оҡшаш кремлгә (шулай уҡ кром йәки детинец), анығыраҡ — уның цитаделенә йәшеренә. Әммә Русь ерендә феодалдарҙың нығытылған торлағы бөтөнләй булмай. Бының сәбәптәренең береһе — лествичный хоҡуҡ: феодалдар нәҫеленең даими йәшәү урындары булмай, кенәздәрҙең күбеһе торлаҡтарын даими алмаштырып тора, шуға ла торлаҡтарын нығытма менән уратып алыу тураһында уйлап та ҡарамай. Тик Владимир Мономахтың Любечелағы замогын (Чернигов өлкәһе, Украина) һәм өлөшлөтө беҙҙең көндәргәсә һаҡланған Андрей Боголюбскийҙың замогын (Боголюбово, Владимир өлкәһе) атап үтергә була. Күп һандағы монастырҙарҙы ла замок тип атап булмай, сөнки улар — крепостар.

Рәсәй империяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй императорҙары XVIII быуатта оборона ҡоролмаларын төҙөү менән шөғөлләнә (мәҫәлән, Петр I һәм Санкт-Питербурх крепосы, атамаһы ундағы Петропавловск соборынан алына), әммә бындайҙар күбеһенсә монархтың шәхси резиденцияһы хеҙмәтен үтәмәй. Император крепостарының башҡалары әллә ни ҙур булмай, декоратив һәм хәрби күнекмәләр үткәреү өсөн тәғәйенләнешендә. Петр Өсөнсөнөң Ораниенбаумдағы Петерштадт һәм Павловскиҙағы Бип кресы шундайҙарҙан.

Бип крепосы Мариенталь быуаһы һыуҙарындағы сағылышы

Михайлов замогы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат аҙағында Рәсәй императоры Павел Беренсе, романтик һәм мистик кисерештәргә батып һәм Европа рыцарҙары идеялары менән мауығып, Санкт-Петербургтың үҙәгендә, императрица Елизавета Петровнаның Йәйге һарайы урынында (тап унда ул үҙе донъяға килә) үҙ резиденцияһы сифатында Михайлов замогын төҙөүҙе ойоштора. Европаның феодаль замоктарына оҡшатырға тырышып һәм үҙенең хәүефһеҙлеге өсөн борсолоп, император архитекторҙар менән замокҡа байтаҡ оборона һыҙаттарын өҫтәй. Рәсәй императорҙарының XVIII һәм XIX быуат резиденцияларына был бөтөнләй хас булмай. Шулай, замок бинаһы бөтә яҡтан да Фонтанка һәм Мойка йылғаларынан яһалма канал аша ағып килгән һыу менән уратып алына, һаҡланған күперҙәр төнгөлөккә күтәртеп ҡуйыла. Әммә фортификацион характерҙағы һаҡланыуҙар ярҙам итмәй, монархҡа хыянат иткән хәрби һәм һарай кешеләре императорҙы замокта үҙенең йоҡо бүләмәһендә үлтерә.

Фонтанканың ярынан Михайлов замогы күренеше
Замоктың ҙур ихатаһы
Генераль план, В.Бренн һүрәте
Замок планы
Михайлов замогының кордегардияһы

Михайлов замогы, Павел Беренсе дәүерендәге Петербургтың ҡайһы бер башҡа биналары кеүек үк, (Каменноостров һарайы һәм күршеләге Иоаннов сиркәүе), Гатчиналағы Приорат һарайы, Садовая урамындағы Воронцов һарайы Мальта капеллаһы менән бергә, тарихи ваҡиғалар һәм Павел Беренсенең ихтыяры менән, ысынлап та, Көнбайыш Европалағы рыцарлыҡтың ул ваҡыттағы ҡалдыҡтары менән бәйле булып сыға. Католик динен тотҡан боронғо Мальта ордены рыцарҙары атеистик ҡарашлы Наполеон тарафынан ҡыуылғас, Павел уларҙы Рәсәйгә саҡыра, ордендың Рәсәй приорствоһына нигеҙ һала һәм Бөйөк магистр титулына лайыҡ була.

Названия соседних объектов, связанные с Михайловским замком[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙәрәк Европа замоктары, нигеҙҙә, ағастан төҙөлә һәм ағас ҡойма менән урытып кәртәләнә; шул ваҡытта уҡ замоктар тирәләлй крепостьной урҙар ҡаҙа башлайҙар. Киев кенәздәренең Вышгород замогы шундай замоктарҙың өлгөһө була ала. Тик XII быуаттарҙа ғына Көнбайыш һәм Үҙәк Европала замоктар таштан төҙөлә башлай.

Ренессанс дәүере замогы — Даниялағы Эгесколар замогы

Урта быуат засогыныэ төп өлөшө үҙәк башня — цитадель функцияһын башҡарыусы донжон. Оборона тәғәйенләнешенән тыш донжон феодалдың торлағы булып та тора. Төп башняла замокта йәшәүсе башҡа кешеләрҙең торлағы, шулай уҡ ошонда уҡ ҡоҙоҡ, хужалыҡ ҡаралтылары (аҙыҡ-түлек келәте һәм башҡалар) урынлаша. Донжонда ҡунаҡтар ҡабул итеү өсөн ҙур парад залы ла була. Көнбайыш һәм Үҙәк Европа, Кавказ, Урта Азияның замоктар архитектураһында донжон элементтарын да табырға була.

Шверинда Вассершлос

Ғәҙәттә замоктың ҙур булмаған эске ихатаһы була, уны башнялары һәм нығытылған ҡапҡалары булған ҡалын диуарҙар урата. Артабан хужалыҡ ҡаралтыларын, ҡышҡы баҡса менән йәшелсә баҡсаһын үҙ эсенә алған тышҡы ихата урынлаша. , Замок икенсе ҡат диуар һәм крепостной ур менән уратып алына, уға тик аҫылмалы күпер аша ғына инергә мөмкин була. Урға һыу тултырыла, һәм замок һыуҙағы замокҡа әүерелә.

Башнялар араһындағы диуар майҙансыҡтары төп оборона урыны булып тора: был һөжүм итеүселәргә флангыларҙан атыу мөмкинлеген бирә. Урыҫ фортификацияһында башнялар араһындағы участкалар кәртәләр тип атала. Бөйөк Британия, ГФР, Франция, Украина һәм Белоруссия биләмәләрендә бөгөнгө көнгә тиклем ошондай замоктар һаҡланған (мәҫәлән — Белоруссиялағы Мир замогы йәки Украиналағы Луц замогы).

Ваҡыт үтеү менән замоктар структураһы ла ҡатмарлаша бара; замок биләмәһенә казармалар, суд, ҡорам, төрмә һәм башҡа ҡоролмалар индерелә (Франциялағы Куси замогы, XIII быуат; Германиялағы замок Вартбург замогы, XI быуат; Бөйөк Британиялағы Харлек замогы, XIII быуат).

Крохандағы Розенберг замогы. Ур һәм тыңлау галерияһындағы вентиляция башнялары

Дары киң ҡулланыла башлағас, замоктар төҙөү эше лә туҡтай. Һөжүм итеүсе ғәскәр, сапёр эштәрен үткәреп, замок диуары аҫтына ҙур зарядтар һалып, диуарҙы шартлата (XVI быуатта Ҡаҙан кремелен шартлатыу). Ә ҡамауҙа ҡалғандар, стенаның шартлатырға әҙерләнеүен белеү маҡсатында, диуарҙан ситтәрәк ер аҫты галерияһын соҡоп булдыра һәм шунан дошмандың ни эшләргә йыйыныуын тыңлай.

Әммә артиллерияның үҫеше һәм уның емереү көсөнөң артыуына бәйле, замоктар оборона ҡоролмаһы булараҡ ҡулланылыуҙан туҡтай. Ҡәлғәләр — бастион һәм ревилин системалары булған ҡатмарлы инженер ҡоролмалары; Ҡәлғәләр төҙөү сәнғәте — фортификация үҫешә. Был дәүерҙә Людовик Ун дүртенсенең баш инженеры, Франция маршалы Себастьен де Вобан (1633—1707) фортификация ҡоролмаларын төҙөүҙә абруй ҡаҙана.

Замоктар нигеҙендә артабан ҡәлғәгә әүрелгән ҡоролмалар Икенсе донъя һуғышы барышында дошмандың ҡораллы көстәрен тотҡарлау һәм һөжүм башлауҙарын кисектереү өсөн файҙаланыла (ҡара.: Брест ҡәлғәһе).

Төҙөлөш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франциялағы Куси замогы төҙөлөшө

Замок төҙөлөшө урын һайлауҙан һәм төҙөлөш материалдарын эҙләүҙән башлана. Таш замокты төҙөүгә ҡарағанда ағас замокты төҙөү арзаныраҡ та, ябайыраҡ та. Әммә күпме аҡса сарыф ителеүе тураһындағы мәғлүмәттәр беҙҙең көндәргә килеп етмәгән, еткәндәре лә король һарайҙарына ҡағыла[11]. Ағас замокты феодалдың крәҫтиәндәре төҙөй ала. Шуға ла бындай замоктар бик арзан хаҡҡа төшә. Урта ҙурлыҡтағы убаны 50 кеше 40 көндә үтәп ҡуя[12].

Франциялағы Ланже замогы
Польшалағы Мариенбург замогы, донъялағы иң ҙур кирбес замок

Таш замоктарҙы төҙөү генә түгел, ә уны ҡарау ҙа ҡыйбатҡа төшә.


Төҙөлөш материалы урынға бәйле була: мәҫәлән, Данияла таш сығарыу урындары әллә ни юҡ, шуға күрә ундағы замоктарҙың күбеһе ағастан йәки кирбестән, Испанияла күпселек замоктар таштан, Кәнсығыш Европала иһә улар ағас ҡулланып төҙөлгәндәр[13].

Хәҙерге заманда ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заманда замоктар декоратив функцияны ғына үтәй. Ҡайһы берҙәрендә ресторандар, икенселәрендә музейҙар урынлаша. Өсөнсөләрен реставрация эштәренән һуң һаталар йәки ҡуртымға тапшыралар.

Мәҙәниәттә замоктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Синтрҙа Пена замогы
XIX быуатта урта быуатты стилләштереү — Нойшванштайн замогы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ε. И. Мельников. О чешских лексических элементах в русском языке, заимствованных через посредство польского и других языков (в XIV—XIX вв). // «Slavia», XXXVI, 1, 1967. České grafické Unie, 1967. С. 101.
  2. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964–1973. — Т. 2. — С. 77.
  3. Liddiard (2005) — стр. 15-17
  4. Liddiard (2005) — стр. 15-17
  5. Herlihy (1970) — стр. 27-28
  6. Coulson (2003) — стр. 16
  7. Creighton & Higham (2003) — стр. 6-7
  8. Duffy (1979) — стр. 23-25
  9. Allen Brown (1976) — стр. 2-6
  10. Ю. Л. Бессмертный. «ФЕОДАЛЬНАЯ РЕВОЛЮЦИЯ» X—XI ВЕКОВ? // [1], Вопросы истории. 1984. № 1.
  11. McNeill (1992) — стр. 39-40
  12. McNeill 1992, стр. 39-40.
  13. Higham & Barker 1992, стр. 84-88.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Виолле-ле-Дюк Эжен Эммануэль. Крепости и осадные орудия. Средства ведения войны в Средние века / Пер. с франц. Е. В. Ламановой. — М.: Центрполиграф, 2007. — 256 с.: ил. — ISBN 978-5-9524-2980-2
  • Гамильтон Томпсон А. Английский замок. Средневековая оборонительная архитектура / Пер. А. Л. Андреева. — М.: Центрполиграф, 2011. — 448 с.: ил. — ISBN 978-5-9524-4980-0
  • Граветт Кристофер, Николь Дэвид. Норманны. Рыцари и завоеватели. — М.: Эксмо, 2007. — 256 с.: ил. — Серия «Военная история человечества». — ISBN 978-5-699-23549-0
  • Жарков С. В. Рыцарские замки, метательные машины и пушки Средневековья. — Мн.: ОДО «Друк-С», 2006. — 180 с.: ил. — ISBN 985-90037-6-9
  • Иванов К. А. Средневековый замок и его обитатели. — М.: ЛЕНАНД, 2014. — 160 с.: ил. — Серия «Академия фундаментальных исследований: история». — ISBN 978-5-9710-0740-1
  • Окшотт Эварт. Рыцарь и его замок. Средневековые крепости и осадные сооружения / Пер. с англ. А. А. Анваера. — М.: Центрполиграф, 2007. — 208 с.: ил. — ISBN 978-5-9524-2934-5
  • Симс Лесли. Замки / Пер. с англ. М. В. Жуковой. — М.: РОСМЭН, 2003. — 104 с.: ил.
  • Шокарев С. Ю. Замки. Дворцы. — М.: «Мир энциклопедий» Аванта+, Астрель, 2011. — 216 с.: ил. — Серия «Самые красивые и знаменитые». — ISBN 978-5-98986-114-9

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]