Булон замогы
Булон замогы | |
Нигеҙләү датаһы | 1528 |
---|---|
Дәүләт | Франция |
Административ-территориаль берәмек | Нейи-сюр-Сен |
Әҫәр заказсыһы | Франциск I[d][1] |
Архитектор | Girolamo della Robbia[d][1], Андруэ Дюсерсо, Жак I[d][1] һәм Филибер Делорм[d][1] |
Архитектура стиле | Яңырыу |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Булон замогы Викимилектә |
Булон замогы (Château de Boulogne), икенсе исеме Мадрид (Château de Madrid) йәки Мадрид замогы ) — король Франциск I Париж янындағы Булон урманында урынлашҡан ренессанс резиденцияһы (ул хәҙерге Нейи-сюр-Сен территорияһында булған). XVIII быуат аҙағында был замок ватылып, юҡҡа сығарылған.
1525 йылда француз короле Франциск I, испанлыларға Павий ваҡытында әсирлеккә төшөп, бер нисә ай Мадридта тотҡонлоҡта йәшәгән. Был ҡалала ул Мадрид ситендә урынлашҡан Каса-дель-Кампо паркын бик ныҡ оҡшатҡан. Үҙ иленә әйләнеп ҡайтҡас, ул Флоренциянан килгән архитектор Джироламо делла Роббиаға Булон урманында, мадридтағы замокҡа оҡшатып, испандарса замок төҙөргә ҡушҡан. Билдәле архитектор, француздар ул ваҡытта белмәгән глазурлы терракота техникаһын ҡулланып, замоктың фасадын төрлө ғәжәйеп матур, балсыҡтан яндырып эшләнгән рельефтар менән биҙәгән, шуға күрә был төҙөлөш «фаянслы замок» тип аталған. Төҙөлөш эштәре тик 1552 йылда, Франциск I үлгәс кенә, архитектор Ф. Делорм тарафынан тамамлаған.
Булон замогы, испан замоктарына оҡшатып төҙөлһә лә , француз ренессансының классик үрнәге булып торған: уның ике яруслы оҙон лоджиялары квадрат рәүешендәге флигелдәре булып һуҙылған. XVII быуатта унда ефәк эшкәртеү мануфактураһы урынлашҡан булған. Булон замогы уның һуңғы, юғары дәдәжәгә эйә булған, Карл Беррий үлгәндән һуң тол ҡалған хужабикәһе тарафынан ташланған. Бөйөк француз революцияһынан бер нисә йыл элек ул ваҡыттағы король Людовик ХVI, иҡтисади яҡтан мохтажлыҡ кисереү сәбәпле, хужаһыҙ ҡалған, ташландыҡ Ла-Мюэтт һәм Булон замоктарын ватып, кирбесен һәм ерен һатырға, аҡсаһын ҡаҙнаға алырға тигән ҡарар сығарған. Ошо ҡарар буйынса Булон замогы кирбескә ватылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Булон замогы Викимилектә |
- Monique Châtenet, Le château de Madrid au bois de Boulogne, Paris, Éditions Picard, Collection De Architectura, 1987 – ISBN 2-7084-0336-2
- Alberto Faliva, Giuseppe Dattaro et le petit palais de Marmirolo, Francesco Dattaro et le château de Madrid : étude des relations Franco-italiennes autour de 1530-1550., dissertation CESR Tours, 2004
- Alberto Faliva, Francesco e Giuseppe Dattaro. La palazzina del Bosco e altre opere, Cremona, 2003
- Alberto Faliva, Alain Erlande Brandenburg, Robert J. Knecht, Richard Ingersoll, Aurora Scotti Tosini, David Ekserdjian, Renaissance Franco-Italienne. Serlio, Du Cerceau et les Dattaro, Cremona, 2005
- Alberto Faliva, Sebastiano Serlio e l'Ordine Composito dei Romani Antichi, Bollettino Ingegneri, Firenze, numero 12, 2006
- Alberto Faliva, Jacopo Sansovino e altri dodici casi. Un altro medioevo (questa volta rinascimentale), Bollettino Ingegneri, Firenze, numero 11, 2007