Торлаҡ
Торлаҡ — кеше йәки хайуандар йәшәй торған ҡоролма. Өй — кешеләр көн итеү өсөн һалынған бина; йорт. Йорт — йәшәү, шулай уҡ төрлө ойошма һ.б. урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма; бина, өй. Ғәҙәттә торлаҡ уңайһыҙ һауа шарттарынан һаҡланыу, йоҡлау, балалар үҫтереү, ял итеү һәм ашамлыҡ, кейем-һалым, башҡа төр көнкүреш кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн дә хеҙмәт итә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мамонт һөйәгенән эшләнгән боронғо торлаҡ Киев ҡалаһынан йыраҡ түгел Межирич янында табылған. Торлаҡ мамонт тиреһе менән ябылған булыуы ихтимал. Был табышты 2 м-ға нигеҙ ҡаҙыған крәҫтиәндәр 1965 йылда таба[1]. Архитектор Роберт Шуноер үҙенең «Торлаҡҡа 6000 йыл» тигән китабында торлаҡты өс категорияға бүлә:
- ҡалаларға тиклем төҙөлгән торлаҡ — эскимостар йәшәгән иглу, ярымстационар пуэблу һәм стационар гомстед.
- көнсығыш ҡалаһы торлағы — Боронғо Греция һәм Рим йорттары, Ҡытай йорттары.
- көнбайыш ҡалаһы торлағы — Яңырыу дәүерендә барлыҡҡа килгән таунхаустар һәм XIX , XX быуаттарҙағы күп фатирлы йорттар.
Практик функцияһынан тыш, торлаҡ символик ролде башҡарыусы — кешеләрҙе мәҙәни киңлеккә структурированный ашырылған идеялар, хаос тышҡы яҡлап, ғаилә йәки ырыу менән быуындар бәйләнешен булдырыу.[2]
Йорт элементтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фасад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фасад төрҙәре:
- Аҫмалы вентиляциялы фаса́д — фасадтын биҙәкләү материалдарҙы ҡорос йәки аллюминий каркасына беркетеп ҡуйып.
Түбә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарағыҙ: Түбә (архитектура)
Түшәм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- аҫылмалы гипсокартон плиталарҙан булырға мөмкин
- гипс шпатлёвка менән биҙәкләнғән булырға мөмкин
Иҙән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарағыҙ: Түбә (архитектура)
Тәҙрә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарағыҙ: Тәҙрә
Диуар(стена)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фундамент[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фундамент - йорт ауырлығын тупраҡка тапшырған йорттоң өлөшө. Бетондан, таштан, ағастан эшләнә.
Йорттарҙы төҙөү өсөн таҫма, стакан, свая һәм плита фундаменттар ҡулланыла. Улар йыйылма, монолит бетон һәм йыйылма-монолитлы булалар. Фундаментты һайлауы сейсмика, тупраҡ һәм архитектура ҡорошона бәйле.
Бетон фундаментты ойоштороу ваҡытта температура +5 градустан күберәк булырға тейеш. Фундаменттарҙы эштәрен ойоштороу изгелеге бар. Түбән температуралар ваҡытында бетонды электр йылыталар.
Кеше йәшәгән торлаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Новосибирскта йорт | Нидерландтар күп фатирлы йорт | Рәсәйҙә ун ике ҡатлы йорт |
- мәмерйә
- ер өй
- бина
- фатир
- ҡыуыш
- палатка
- милли торлактар: вигвам, чум, иглу, хата, тирмә, яранга, һәндерә.
- өй
- дача
- сукка
- үтә бейек йорттар
- һарай
- ҡәлғә
- ҡунаҡхана
- пентхаус
Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Citation. Gregorovich Andrew .1994. Ancient Inventions of Ukraine. http://www.infoukes.com/history/inventions/
- ↑ Торлаҡ һәм уның функциялары.
![]() |
Торлаҡ Викимилектә |
---|---|
![]() |
Торлаҡ Викияңылыҡтарҙа |