Химэдзи һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Аҡ селән һарайы
Химэдзи ҡалаһындағы аҡ селән һарайы
Химэдзи ҡалаһындағы аҡ селән һарайы
Ил Япония
Ҡала Химэдзи
Төҙөлөшө 1333—1346 йылдар
Сайт Рәсми сайт

Химэдзи һарайы (япон. 姫路城Химэдзидзё:?)Японияның һаҡланып ҡалған иң боронғо һәм туристар араһында иң популяр һарайҙарының береһе. 1993 йылда ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Һарай комплексына бөтәһе 83 бина инә, ғәмәлдә улар бөтәһе лә ағастан эшләнгән. Һарайҙың нигеҙе эргәһенән шул уҡ исемле ҡала һуҙылып киткән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Химэ (Хиого префектураһы, Харима өлкәһе) тауы итәгендә һарай төҙөү XIV быуат уртаһында (Муромати осоро) башлана. «Исемен ул бик матур ап-аҡ ҡошто хәтерләтеп эшләнгән үҙенә бер төрлө формаһы һәм ҡупшылығы өсөн алған»[1] (ср. Ҡарға һарай). Химэдзи күп һандағы артабанғы быуын һарайҙар өсөн матур өлгө булып тора. Уның бейек таш фундаменты, ентекләп ағартылған стеналары, бойницалары, амбразуралары япон архитектураһы ысулдары арсеналына ныҡлап инә. 1333—1346 йылдарҙа төҙөлгән тәүге һарай бер самурай кланынан икенсеһенә, бигерәк тә 1467—1477 йылдарҙағы граждандар һуғышы осоронда, бер нисә тапҡыр күсә. XVI быуат аҙағына, хәрби башлыҡ Тоётоми Хидэёси ҡулына килеп эләккәндә, һарай үҙ-ара талаштарҙан шаҡтай туҙған була һәм капиталь ремонт үткәреү талап ителә. Тап 1601 һәм 1609 йылдар арауығында, өҫтәренән 45 метр бейеклеккә олғашып торған ете яруслы төп башняһы булған, хәҙерге бөтә ҡоролмалары барлыҡҡа килә. Тоётоми ғаиләһе ниәтләп башлап ебәргән һарайҙы яңыртыу 1618 йылға тамамлана һәм ярҙамсы башняларҙың ҙур шәлкеме барлыҡҡа килеүгә һәм эргә-тирәләге территорияны үҙгәртеп ҡороуға килтерә. Һарай тирәләп киң баҡса бик күп тупиктары булған спираль рәүешендәге лабиринттарға бүленгән. Был һөжүм итеүселәрҙе сәғәттәр буйына түңәрәк буйлап аҙашып йөрөргә мәжбүр итеү өсөн эшләнгән, ә был ваҡытта улар өҫтөнән тэнсюҙан атыш барасаҡ.

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 661
рус.англ.фр.

Был уйлап сығарылған хәйлә бер ҡасан да һуғышта тикшереү үтмәгән, сөнки төҙөлөш тамамланыуға Японияның был өлөшөндә сағыштырмаса тыныс осор башлана. Артабанғы ике быуат эсендә һарайҙың ышығында Химедзи ҡалаһы үҫеп сыға. 1871 йылда Аҡ селән һарайы хужаларынан тартып алына һәм 23 иенгә һатыла. Икенсе бөтә донъя һуғышы аҙағына һарайҙың эргә-тирәһе америка авиацияһы бомбаға тотоуҙан зыян күрә, ләкин һарай үҙе имен ҡала.

Химэдзи һарайы кинола[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай территорияһында күп кинотаҫмалар төшөрөлә. Тәүге фильмдарҙа («бондиандар», «Ике тапҡыр ғына йәшәйһең»), ул ракета ҡоралы эшләнгән серле ниндзя мәктәбе итеп күрһәтелә. Акира Куросава бында «Һуғышсы шәүләһе» һәм «Ран» фильмдары кеүек шедеврҙар төшөрә. 2003 йылда Химэдзиҙә төп ролдә Том Круз уйнаған «Һуңғы самурай» тарихи кинофильмы төшөрөлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ХИМЭДЗИ // Япония от А до Я. Популярная иллюстрированная энциклопедия. (CD-ROM). — М.: Directmedia Publishing, «Япония сегодня», 2008. — ISBN 978-5-94865-190-3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Япониялағы бөтә донъя мираҫы