Балауыҙ көйәһе
Хайуандар төркөмө | |||
Балауыҙ көйәһе | |||
Исеме | |||
---|---|---|---|
Балауыҙ көйәһе | |||
Атамаһының статусы | |||
билдәләнмәгән | |||
Өҫтәге таксон | |||
Триба Galleriini | |||
Вәкилдәре | |||
|
Балауыҙ көйәһе — йыйылма атамаһы ике төр күбәләк, бал ҡортоноң ҡоротҡостары булып тора. Умартасылыҡ үҫешкән ерҙәрҙә киң таралған.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкән күбәләктәр бик ҙур түел, ауыҙ ағзалары үҫешмәгән (улар ашамай). Төнгө йәшәү рәүеше алып бара. Аҡһыл төҫтәге йомортҡаларын бал ҡорто кәрәҙҙәренә, балауыҙҙарға һала. Улар ҡарышлауыҡҡа әүерелгәс, тәүге мәлдә кәрәҙәге бал һәм һитә менән туҡлана. Тора-бара рамдағы балауыҙҙар һәм унда ҡорттар сыҡҡас тороп ҡалған кокондары менән туҡлана башлай(саф балауыҙ туҡланыу өсөн яраҡлы түгел — уның туҡлыҡлы матдәләре етмәй). Шулай уҡ улар кокнда ятҡан бал ҡорто балаларының ҡанаттарын, аяҡтарын кимерә. Ҡорттар уларҙы алып ташлай алмай. Сөнки улар кәрәҙҙәр буйлап пәрәүезле юл һала. Ҡарышлауыҡтар тора бара бар умартаны шул рәүешле баҫып алырға һәләтле. Умарталағы ҡорттарың балаларын, һитәләрҙе, бал болон ашап бөтөрә. Хатта рамдарҙы, ябылған йылытыу материалдарын да ашайҙар. Күпләп үрсегәндә, бер- береһен, һәм алдан сыҡҡан көйәләрҙең ҡалдыҡтарын ашайҙар. Ҡурсаҡҡа әүерелеү өсөн умарта ярыҡтарын, һәм башҡа тыныс урындарҙы эҙләп табалар. Хатта үҙҙәренә соҡор яһап алалар. Бал ҡорто ғаиләһе көсһөҙләнә һәм юҡҡа сыға. Шулай уҡ умартаһын ташлап сығып китә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — 560 с. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
- Ҡалып:Книга:Определитель насекомых дв-5-2