Банк транзакцияһы
Банк транзакцияһы | |
Ҡайҙа өйрәнелә | иҡтисад, Финанстар һәм наука о взаимодействиях[d] |
---|---|
Өлөшләтә тура килә | финансовый анализ[d] |
Транзакция, йәки трансакция (ингл. bank transaction, лат. transactio — килешеү, договор) — дөйөм алғанда, банк иҫәбен ҡулланып башҡарылған теләһә ҡайһы килешмә. Ҡыҙыҡһыныусы яҡтар араһында реаль ваҡытта үткәрелеүсе онлайн-транзакциялар һәм офлайн-транзакциялар була.
Банк операцияһының йомғаҡлау өлөшө булараҡ, транзакция банкҡа яҙма бойороҡ биреү, интернет-банкинг системаһы йә башҡа коммуникация системалары аша электрон бойороҡ биреү йәки башҡа төрлө түләү ҡоралы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Транзакцияны үткәреү[1]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сауҙа-сервис предприятиеһында банк түләү картаһы менән түләү буйынса банк операцияһы транзакцияның иң таралған осрағы булып тора. Транзакция карта эйәһенең тауар һәм хеҙмәт хаҡын өсөн түләү маҡсатында картаны касса хеҙмәткәренә тапшырыуынан (йә булмаһа үҙе түләүҙән) башлана.
Карта эйәһен таныу маҡсатында карта тураһындағы мәғлүмәт терминалдан был терминалды хеҙмәтләндергән һәм сауҙа нөктәһенең хужаһы менән килешеү төҙөгән эквайрер банкҡа ебәрелә[2].
Артабан эквайрер банк был картаны хеҙмәтләндереүсе түләү системаһына тапшыра. Мәғлүмәттәр операцион үҙәккә эләгә, уға түләү системаһында ҡатнашҡан банктар тоташтырылған. Был үҙәктә карта тикшереү үтә һәм, һөҙөмтәһгә ҡарап, транзакция кире ҡағыла йә хуплана. Хупланһа, ыңғай яуап был картаны сығарған һәм клиенттың ошо картаға бәйләнгән банк иҫәбен хеҙмәтләндереүсе эмитент банкҡа ебәрелә.
Бында ул процессинг һәм авторлашҡан үҙәккә эләгә, эшкәртелеүсе транзакцияның легаллеге үҙәктә киңәйтелгән тикшереү үтә. Мутлашыуҙа шик тыуһа йәки хеҙмәтләндереү шарттары боҙолғаны күренһә, кире яуап бирелә. Карта төрөнә (дебет йә кредит картаһы) ҡарап, иҫәптә ҡалған аҡса йә түләү лимиты, шулай уҡ карта эйәһенең авторлашҡан PIN-коды тикшерелә. Бөтә тикшереүҙәр буйынса ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтә алынһа, эмитент операцияны хуплай һәм транзакция сиктәрендә һәм түләү системаһы аша яуап сауҙа нөктәһенә тапшырыла.
Түләү системаһы менән үҙ-ара хисаплашыу юлы менән эмитент эквайрерға транзакция буйынса һоралған сумманы һәм транзакцияны хеҙмәтләндергән өсөн түләү системаһының комиссияһын күсерә[3].
Клиент иҫәбенән банк клиент раҫлаған түләү суммаһын ала (дебет картаһы өсөн) йәки түләү лимитын кәметә һәм ҡалған аҡсаның бер өлөшөн артабан тотоноу өсөн резервлай (кредит картаһы өсөн). Сауҙа нөктәһенә хуплаулы йә кире ҡағыулы яуап әйләнеп килгән мәлдә транзакция тамамлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ На примере международной платёжной системы MasterCard
- ↑ Правила и тарифы в зависимости от транзакции 2013 йыл 17 октябрь архивланған. Документы на сайте MasterCard.com (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2013)(Тикшерелгән 20 апрель 2013)
- ↑ Тарифы и операционные правила 2013 йыл 23 май архивланған. «Объединённой расчётной системы» (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2013)(Тикшерелгән 20 апрель 2013)
Һылтанмалар һәм сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Как происходит транзакция» 2015 йыл 26 апрель архивланған. Описание на сайте MasterCard.com (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2013)(Тикшерелгән 20 апрель 2013)