Эстәлеккә күсергә

Бауырһаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бауырһаҡ

Милли аш-һыу

Башҡорт аштары

Компоненттар
Төп

он, йомортҡа, тоҙ, һары май, шәкәр ҡомо

Булыуы мөмкин

һөт, эремсек

Викимилектә медиафайлдар Бауырһаҡ
Бауырһаҡ төрҙәре

Бауырһаҡ (сәк-сәк, моҡом) — йомортҡаға ғына баҫып бәләкәй шар рәүешендә майҙа бешерелгән ашамлыҡ.

Бауырһаҡ әҙерләү:

Он 600 г, йомортҡа 5 шт, шәкәр ҡомо 1 аш ҡалағы, һөт 50 мл, һары май 1 аш ҡалағы, тоҙ.

600 г май бешереү өсөн. Юғары сортлы он, яңы йомортҡа, һөт, май, шәкәр ҡомо, тоҙ ярҙамында сөсө ҡамыр әҙерләнә. Ул йомшаҡ ҡына булырға тейеш. Ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп, ҡабарһын өсөн әҙерәк көтәбеҙ. Артабан уны оҙонса итеп йәйәбеҙ, киҫәктәргә киҫәбеҙ. Улар уртаса 1,5—3 см оҙонлоғонда булырға тейеш. Ҡаҙанға, ҡыҙҙырылған һары майға һалып, даими болғатып, алтынһыу төҫкә кергәнсе бешереп алабыҙ ҙа, тишекле сүлмәк аша һөҙөп, һыуытырға ҡуябыҙ.

Әҙер бауырһаҡты баллауҙы йәки эретелгән шәкәргә бутауҙы кәрәк тапһағыҙ, балда әүәләп алырға, ә шәкәр онтағын (пудра) өҫтөнә һибеп сығырға була.

Һыуынғас, сәйгә бирергә мөмкин.

  • М. И. Баһауетдинова. Этнографик терминдар һүҙлеге. — Өфө, 1994. — 52 б.