Башкирия-2М

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башкирия-2М
Рәсем
Нәшер ителеү ваҡыты 1989
Центральный процессор КР580ВМ80А[d]
Операцион система CP/M[d]

«Башҡортостан-2М» — КР580ВМ80А процессоры ерлегендәге совет 8-разрядлы микрокомпьютер. 1989 йылдан башлап ул Башҡортостандың Өфө ҡалаһында, С. М. Киров исемендәге Башҡортостан ғилми производство берекмәһендә сығарыла.

«Башҡортостан» үҙенә күрә етештереүҙең өҫтәмә продукты була. «Искра» конструкторҙар бюроһында СССР эске эштәр министрлығы заказы буйынса ВМ80 процессоры нигеҙендә АТОС-32/64 станцияһы төҙөлә. Беренсе варианты АРМ-шк «Башкирия» тип аталған — был ундай станция операторының ныҡ үҙгәртелгән эшсе урыны. Ул күләмле тимер өҫтәлдән ғибәрәт була, монитор урынына «Юность» йәки «Шилялис» телевизоры ҡулланылған.

Компьютерҙың икенсе «Башҡортостан-2М» вариантында хәтер 128 КБ тиклем арттырыла, ПК8000 тибындағы корпус һәм «Электроника МС 3201» мониторы ҡулланыла.

Техник характеристикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Процессор: 2 МГц йышлығындағы КР580ВМ80А, эшләү тиҙлеге — секундына 500 мең операция
  • Хәтер: ОЗУ — 128 КБ, шул иҫәптән 24 КБ видеопамять (12-шәр КБ-лыҡ ике бит)
  • Таймер: КР580ВИ53-гә 32-разрядлы счётчик
  • КР580ВН59-ға өҙөлөүҙәр контроллеры
  • Сығарма ҡоролма: көнкүреш телевизоры, монитор
  • Сағылдырыу режимы: 384 × 256 нөктә, 64 төҫ палитраһынан 4 төҫ, ике видео-бит.
  • Тауыш: эсенә индереп эшләнгән динамик, 32 Гц — 48 кГц
  • Клавиатура: 75 клавиша
  • Тышҡы хәтер:
    • көнкүреш магнитофоны
    • КР1818ВГ93-кә дисковод контроллеры, ике тышҡы 5,25 дюймлыҡ дисковод, 800 КБ-лыҡ дискеталар
    • Порт:
    • эҙмә-эҙлекле (КР580ВВ51А)
    • параллель (КР580ВВ55), принтер тоташтырыу өсөн
    • джойстик
    • бүлеү айырыһы — тышҡы даими хәтер ҡоролмаһын (ПЗУ) тоташыу өсөн ҡулланылған

Төҙөлөшө — моноблок: системалы блок клавиатура һәм ~42V (арттан уң яҡтан корпусҡа энергия сығанағының ҙур радиаторы сығарылған) кәрәкле энергия сығанағы менән тоташтырылған, тышҡы энергия сығанағы 220V/42V.

Эҙмә-эҙлекле порттарҙа «ток элмәге» тибындағы локаль селтәр тормошҡа ашырыла.

Программа менән тәьмин итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Операцион система CP/M
  • Текст редакторы, график редакторы, электрон таблицалар, музыкаль мөхәррир
  • Интерпретатор BASIC, программалау теле Logo
  • Turbo Debugger көйләүсеһе
  • Уйындар

Күп программалар 1990 йылдар тирәһендә Өфө ҡалаһындағы «Hacker club» программистар клубында төҙөлгән һәм башҡа платформаларҙан яраҡлаштырылған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]