Башоли Блерта
Башоли Блерта | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Косово |
Тыуған көнө | 1983 |
Тыуған урыны | Приштина, СР Сербия[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, яҙыусы, кинопродюсер |
Блерт Башоли (алб. Blerta Basholli; тыу. 1983, Приштина) — Косово яҙыусыһы, режиссер һәм продюсер. Уның тулы метражлы «Умарта» (2021) фильмы дебюты ҙур уңыштарға өлгәшә, «Сандэнс» кинофестивалендә, «Халыҡ-ара иң яҡшы нәфис фильм» категорияһында, Косовоның «Оскар»ға номинанттар исемлегенә ингән тәүге фильмы булып, рекорд ҡуя.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары белемде Башоли Нью-Йорк университетында[1] ала. Ул Нью-Йоркта дүрт йыл йәшәгән сағында бер нисә проект, шул иҫәптән үҙенең ҡыҫҡа метражлы «Лена һәм мин» фильмы өҫтөндә лә эшләй, халыҡ-ара һәм Косовола үткәрелгән кинофестивалдәрҙә наградалар ала. 2008 йылда Нью-Йорк университетының Тиш сәнғәт мәктәбендә кино өлкәһендәге программа буйынса декан стипендияһына лайыҡ була[1]. Артабан Башоли Приштинаға ҡайта. Косовоның танылған фотографы Артан Кореница менән ғаиләһендә ике бала тәрбиәләй.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылда Башоли үҙенең тәүге «Көҙгө, көҙгө…» тип аталған беренсе документаль фильмын төшөрә. Фильм, 2006 йылда бер нисә фестивалдә — Сараеволағы кинофестивалдә, Тиранала үткәрелгән Халыҡ-ара кинофестивалдә, Балҡан «Ҡара ҡумта» фестивалендә, Берлин һәм Нью-Йоркта үткән халыҡ-ара бойондороҡһоҙ кино һәм видео фестивалендә уңышҡа өлгәшә. 2008 йылда ул «Гякова 726» ҡыҫҡа метражлы фильмын сығара, был фильм Роттердам, Бусё, Докуфесте, Тоффифесте кинофестивалдәрендә, «Filmmor» ҡатын-ҡыҙҙар киноһы фестивалендә күрһәтелә. 2011 йылда Башолиҙың «Лена һәм мин» ҡыҫҡа метражлы фильмы Докуфесте үткәрелгән First Run Film кинофестивалендә, Поградце, Скена Апе фестивалдәрендә, Тирана халыҡ-ара кинофестивалендә күрһәтелә һәм бүләкләнә[1].
Башолиҙың 2021 йылда сыҡҡан «Умарта» фильмы киң билдәлелек яулай. Фильм Косовола йәшәп, патриархаль йәмғиәттә бизнес менән шөғөлләнергә тырышҡан Фахрия Хотиҙың реаль тормошон яҡтырта. Был кино таҫмаһы Башолиҙың тәүге тулы метражлы фильмы була[2]. «Умарта» «Сандэнс» кинофестивалендә рекорд ҡуя: фильм өсөн Ҙур жюри призы, режиссерлыҡ өсөн приз, тамашасы һөйөүе призына лайыҡ була. Режиссер Башоли шулай уҡ «Халыҡ-ара иң яҡшы нәфис фильм» категорияһында беренсе булып «Оскар» премияһына номинат була[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Blerta Basholli (ингл.).
- ↑ Blerta Basholli flet për betejën e re të filmit "Zgjoi" (алб.).
- ↑ Blerta Basholli, Kosovo (ингл.).