Баштин (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Баштин
54°30′35″ с. ш. 58°54′43″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан
Тау системаһы Урал тауҙары
Оҙонлоғо 12 км
Киңлеге 4 км
Юғары нөктәһе 889 м
Баштин (һырт) (Рәсәй)
Montanya.svg
Баштин
Баштин (һырт) (Башҡортостан Республикаһы)
Montanya.svg
Баштин

Баштин (Биштин) — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Ишембай һәм Белорет райондарында Нөгөш йылғаһының уң ярында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 4 км; абсолют бейеклеге 889 м. Асыҡ күренгән 2 өлөштән тора. Көньяҡ өлөшө 705 м һәм 730 м бейеклектәге түбәләрҙән ғибәрәт, көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәренең түбәнге өлөшө һөҙәк, үрге өлөшө текә; 670 м бейеклектә яҫы түбә араһы уйпатлығы бар. 740—889 м бейеклектәге 5 түбәле төньяҡ өлөшө тәрән уйһыулыҡтар һәм соҡорҙар менән ныҡ йырғыланған, карст упҡындары бар. Көнбайыш битләүҙәре текә һәм ҡыҫҡа, итәгендә киртләс һымаҡ тигеҙләнгән йөҙҙәр урынлашҡан; көнсығыш битләүҙәре (2—2,5 км оҙонлоҡта) Ҡоҙаш йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) табан ҡапыл өҙөлә. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитҡа оҡшаш ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора. Баштин янынан Нөгөш йылғаһы ҡушылдыҡтары башлана, уларға үрге ағымда ер аҫты аҡмаһы хас (Оло һәм Кесе Ҡоҙаш йылғалары һ.б.). Ландшафтары аҡһыл һәм ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы имән, йүкә, йыла урмандарынан һәм ҡайын-уҫаҡ урмандарынан тора, көньяҡ битләүҙәрҙең күп өлөшөн тау болондары һәм болонло далалар биләй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]