Баштин (һырт)
Баштин | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 12 км |
Киңлеге | 4 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 889 м |
Урынлашыуы | |
54°30′35″ с. ш. 58°54′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Баштин (Биштин) — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Урынлашҡан ере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай һәм Белорет райондарында Нөгөш йылғаһының уң ярында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 4 км; абсолют бейеклеге 889 м. Асыҡ күренгән 2 өлөштән тора.
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ өлөшө 705 м һәм 730 м бейеклектәге түбәләрҙән ғибәрәт, көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәренең түбәнге өлөшө һөҙәк, үрге өлөшө текә; 670 м бейеклектә яҫы түбә араһы уйпатлығы бар. 740—889 м бейеклектәге 5 түбәле төньяҡ өлөшө тәрән уйһыулыҡтар һәм соҡорҙар менән ныҡ йырғыланған, карст упҡындары бар. Көнбайыш битләүҙәре текә һәм ҡыҫҡа, итәгендә киртләс һымаҡ тигеҙләнгән йөҙҙәр урынлашҡан; көнсығыш битләүҙәре (2—2,5 км оҙонлоҡта) Ҡоҙаш йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) табан ҡапыл өҙөлә. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитҡа оҡшаш ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора. Баштин янынан Нөгөш йылғаһы ҡушылдыҡтары башлана, уларға үрге ағымда ер аҫты аҡмаһы хас (Оло һәм Кесе Ҡоҙаш йылғалары һ.б.). Ландшафтары аҡһыл һәм ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы имән, йүкә, йыла урмандарынан һәм ҡайын-уҫаҡ урмандарынан тора, көньяҡ битләүҙәрҙең күп өлөшөн тау болондары һәм болонло далалар биләй.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы. 2013 йыл 24 декабрь архивланған.