Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы
Дөйөм мәғлүмәт
Нигеҙләнгән 1991 йыл 29 октябрь
Алдан килеүсе Башҡорт ССР-ының Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостан Республикаһының Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы
Бойһоноусылар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Штаб-квартира Өфө
Хеҙмәттәштәр һаны 694[1]
Йыллыҡ бюджет 508 408,2 мең һум[2]
Заместитель Премьер-министра Правительства Республики Башкортостан - министр земельных и имущественных отношений Республики Башкортостан Гурьев Евгений Александрович
Сайт
http://www.mziorb.ru/

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы — республика башҡарма власть органы, үҙ компетенцияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының ер ресурстары һәм дәүләт мөлкәте милексеһе хоҡуҡтарын, ер төҙөлөшө өлкәһендәге функцияларҙы тормошҡа ашыра.

Адресы: 450008, Өфө  ҡалаһы,  Цюрупа урамы, 13.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һәм уның  территориаль органдары булған район һәм ҡала милеккә идара итеү  комитеттары Башҡортостан Республикаһының ер ресурстарын һәм дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу, уға идара итеү һәм уны  файҙаланыу буйынса органдарҙың  берҙәм системаһын хасил итә. 

2016 йылдың 9 айында республиканың тупланма бюджетына  дәүләт һәм муниципаль активтарҙы файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан 17 773 миллион һум килем ингән. Был килемдең сағыштырма ауырлығы тупланма бюджеттың һалым һәм һалым булмаған керемдәренең бөтә күләменең  15 проценттан ашыуын тәшкил итә.  

Иҡтисадтың дәүләт секторын хосусилаштырыу сиктәрендә 2014 йылдан алып дәүләт унитар предприятиеларына (ДУП) идара итеү системаһын реформалау тормошҡа ашырыла.  ДУП-тар һаны  — 2.8 тапҡырға  (163-тән 59 ҡала) һәм республика ҡатнашлығындағы хужалыҡ йәмғиәттәренең һаны өстән бергә (84-тән 59 ҡала) ҡыҫҡартыла.

ДУП-тар һәм дәүләт учреждениелары тарафынан ҡулланылмаған йә  һөҙөмтәле идара ителмәгән майҙандарҙы тартып алыу эше әүҙемләштерелә.  Ике йыл эсендә торлаҡ булған  фондтан 167 мең квадрат метр майҙан тартып алынған һәм ҡайтанан бүленгән.  Был сара республикаға торлаҡ булмаған фондты ҡуртымлауҙан алына торған килемдәрҙең ыңғай  динамикаһын һаҡларға, республиканың дөйөм дәүләт һәм социаль ихтыяждар өсөн майҙандарға һорауын ҡәнәғәтләндерергә, Башҡортостан Республикаһының Залог фондын, республиканың шәхси инвестициялар йәлеп итеү маҡсатҡа ярашлы тип табылған объекттары исемлеген, хосусилаштырыуға тәҡдим ителгән объекттары исемлеген   формалаштырырға һәм тулыландырырға мөмкинлек бирә.  

2016 йылдың 1 октябренә ҡарата республикала өс һәм унан артыҡ бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән  45 925 граждан һәм инвалид балаһы булған 11 245 граждан йәшәй.  Шуларҙан  42 318 һәм 7 611 граждан ер участкаһы алыуға иҫәпкә ҡуйылған. Бер тапҡыр бирелеүсе түләүһеҙ ер участкалары бүлеү сиктәрендә  күп балалы ғаиләләргә — 24 594 ер участкаһы, инвалид балаһы булған  граждандарға 4 074 ер участкаһы бирелгән. Был ике категорияның ер участкалары менән тәьмин ителгәнлеге  57,4 процент тип баһалана.

Төп бурыстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының төп бурыстары:

  • Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен эшләүҙә, формалаштырыуҙа һәм үткәреүҙә, дәүләт унитар предприятиеларын һәм устав капиталында дәүләт капиталы ҡатнашҡан хужалыҡ йәмғиәттәрен финанс һауыҡтырыуында  ҡатнашыу.
  • Үҙ компетенцияһы сиктәрендә ер ресурстарын һәм дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу, уға идара итеү һәм уны файҙаланыу.
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт мөлкәтен, ер участкаларын биләү, уларҙы ҡулланыу һәм файҙаланыу өлкәһендәге ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен көйләү менән бәйле дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу.  
  • Республика башҡарма власының мәнфәғәтле органдары менән берлектә дәүләт ер кадастрын алып барыу, күсемһеҙ милек объекттарын дәүләт кадастр баһалауы һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу мәсьәләләре буйынса норматив хоҡуҡ базаһын булдырыуҙа ҡатнашыу.
  • Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше буйынса ер мөнәсәбәттәрен көйләүҙе комплекслы хоҡуҡи тәьмин итеүгә йүнәлтелгән норматив хоҡуҡ акттарын әҙерләүҙә ҡатнашыу.
  • Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, финанс һауыҡтырыуы һәм банкротлыҡ өлкәһендә ҡануниәт менән билдәләнгән осраҡтарҙа республика башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген координациялау.
  • Үҙ компетенцияһы сиктәрендә, ҡануниәт менән билдәләнгән тәртиптә  ер төҙөлөшө, Башҡортостан Республикаһы милкендә булған ер участкаларына ҡарата кадастр эштәрен алып барыу  буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу.
  • Федераль башҡарма власть органдары менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары араһында ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге вәкәләттәр өлөшөн тапшырыу тураһында килешеүҙәр төҙөгәндә Башҡортостан Республикаһы мәнфәғәттәрен тәьмин итеүҙә ҡатнашыу. 
  • Мөлкәтте файҙаланыу һәм ер ҡануниәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләрендә Башҡортостан Республикаһы урындағы үҙидаралыҡ органдарына методик ярҙам күрһәтеү.
  • Ергә дәүләт милкен айырғанда  милек хоҡуғы барлыҡҡа килгән ер участкаларына Башҡортостан Республикаһының милек хоҡуғын теркәүҙе тәьмин итеү. 
  • Билдәләнгән тәртиптә мөлкәтте Башҡортостан Республикаһы дәүләт милкенә алыу һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт милкендә булған мөлкәтте федераль һәм муниципаль милеккә тапшырыу.
  • Башҡортостан Республикаһы дәүләт мөлкәтенә Башҡортостан Республикаһы дәүләт милке хоҡуғын дәүләт теркәүен тәьмин итеү. 
  • Хосусилаштырыу барышына системалы һәм планлы ҡарашты тәьмин итеү. Башҡортостан Республикаһы дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу, уға идара итеү һәм уны файҙаланыу барышын методик һәм хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү.  
  • Башҡортостан Республикаһы дәүләт мөлкәтен иҫәпкә ҡуйыу системаһын булдырыу һәм уның эш итеүен тәьмин итеү һәм нисек файҙаланылыуына контролде башҡарыу. 
  • Рәсәй Федерацияһы тарафынан Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына «Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү тураһында» Федераль законға ярашлы  ер участкаларына, федераль милектә булған башҡа күсемһеҙ милек объекттарына идара итеү һәм уларҙы файҙаланыу буйынса тапшырылған вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу.  

Министрлыҡ тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ССР-ының Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты Башҡорт ССР-ы Юғары Советы 1991 йылдың 29 октябрендә  ҡабул иткән ВС-9/34 һанлы Законға ярашлы барлыҡҡа килә. Комитет тураһындағы беренсе положение республика Министрҙар Советының  1992 йыл 5 май сыҡҡан 123-сө ҡарары менән раҫлана. 

1994 йылдың ғинуарында  Мөлкәткә идара итеү буйынса дәүләт комитеты менән Мөлкәт фондының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты барлыҡҡа килә.  Уның бурыстары һәм вәкәләттәре Башҡортостан Республикаһы Президентының 1994 йыл 25 ғинуар сыҡҡан УП-31 һанлы Указы менән раҫланған положениела билдәләнә.  

2002 йылдың 2 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы  менән  Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһының Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы итеп үҙгәртелә. 

2007 йылдың 28 майында Башҡортостан Республикаһы  Президенты Указы менән Башҡортостан Республикаһы Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы итеп үҙгәртелә. 

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрҙары [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гаврилов Владимир Львович — Башҡорт ССР-ының Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса дәүләт комитетының беренсе рәйесе, 1992—1994;
  • Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы  — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1994—1995;
  • Мортазин Салауат Риза улы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1995, май—2000;
  • Әбдрәхимов Зөфәр Ниғәмәт улы — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милкенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 2000 йылдың октябренән;
  • Сарбаев  Раил Сәлих улы  — Башҡортостан Республикаһы мөлкәт мөнәсәбәттәре министры, 2005  йылдың мартынан;
  • Клинский Олег Викторович — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры, 2008 йылдың апреленән;
  • Ильясов Юлай Талха улы — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры, 2010 йылдың авгусынан;
  • Исҡужин  Рәмил Кәбир улы — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры, 2012 йылдың ғинуарынан;
  • Гурьев Евгений Александрович — 2014 йылдың ғинуарынан әлегә тиклем Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 18 декабря 2014 года № 595 (в ред. от 31.10.2016 г.) «Об установлении предельной численности работников аппаратов и лимитов количества служебных легковых автомобилей исполнительных органов государственной власти Республики Башкортостан»
  2. Закон Республики Башкортостан от 2 декабря 2016 года № 427-з «О бюджете Республики Башкортостан на 2017 год и на плановый период 2018 и 2019 годов» (принят Государственным Собранием - Курултаем РБ 30.11.2016 г.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]