Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы
Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министырлығы | |
---|---|
Дөйөм мәғлүмәт | |
Бойһоноусылар | Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте |
Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры | Новиков, Сергей Владимирович |
Сайт | |
http://economy.bashkortostan.ru/ |
Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министырлығы — иҡтисад, инвестиция һәм тышҡы иҡтисад эшмәкәрлеген координациялау һәм формалаштырыу, тармаҡ-ара координациялауҙы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм булышлыҡ итеү өлкәһендә планлаштырыу һәм функциональ көйләү, төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү өлкәһендә дәүләт идараһын тормошҡа ашырыусы Республика башҡарма власть органы.
Адресы: 450101, Өфө, Туҡай урамы, 46
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министырлығы, республикала социаль-иҡтисади процестарҙы күҙаллау һәм мониторингты тормошҡа ашыра, социаль-иҡтисади үҫештең, шул иҫәптән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй, Башҡортостан Республикаһының тотороҡло үҫешен һәм баланслы, комплекслы, һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе иҡтисадты дәүләт көйләүенең төп йүнәлештәрен һәм сараларын булдыра.
Министрлыҡҡа Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади хәле тураһында йыллыҡ һәм ағымдағы доклад яһау, Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайына, Министрлыҡ компетенцияһына ҡараған мәсьәләләр өлөшөндә, йыллыҡ мөрәжәғәтнамә проектын әҙерләүҙә ҡатнашыу, Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешен ҡыҫҡа ваҡытлы, уртаса һәм оҙайлы күҙаллауҙы булдырыу һәм уны тормошҡа ашырыу, Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауҙы эшләүҙә ҡатнашыусы республика башҡарма власть органдары, ойошмалары һәм башҡа субъекттары эшмәкәрлегенә методик етәкселек һәм координациялау бурысы йөкмәтелә.
Министрлыҡ тарафынан эшләнгән: Башҡортостан Республикаһының 2013 йылға һәм 2015 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау, 2012 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең йыллыҡ ҡыҫҡаса йомғағы.
Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министрҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Новиков, Сергей Владимирович 20.07.2015 й. алып[1]
- Васильев Александр Юрьевич
- Маврин Евгений Викторович
- Марьин Александр Владимирович ; 2012 йылдан .2013 йылдың 12 нлябренә тиклем.
- Балабанов Владимир Александрович (2010-2011)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт 2017 йыл 10 июль архивланған.
- Макроэкономика / Прогнозы / Прогноз СЭР РБ 2016 йыл 4 март архивланған.
- Макроэкономика / Анализ социально-экономического развития РБ / Краткие итоги СЭР РБ 2016 йыл 4 март архивланған.