Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы
Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы | |
---|---|
Дөйөм мәғлүмәт | |
БАССР-ҙың сәнәғәт министрлығы | |
Бойһоноусылар | БР Хөкүмәте |
Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры | Карпухин Алексей Иванович |
Сайт | |
https://industry.bashkortostan.ru/ |
Башҡортостан республикаһының сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы — төбәк инновация сәйәсәтен формалаштырыу һәм үткәреүҙе, торба үткәргес транспорты өлкәһендәге эшмәкәрлекте координациялау һәм көйләүҙе, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙы, ағас эшкәртеү, машиналар һәм ҡорамалдар етештереүҙе, электрон һәм оптик ҡорамалдар, транспорт саралары һәм ҡорамалдар, электр энергияһы һәм газ, нефть продукттары, резина һәм пластмасса эшләнмәләре изделиелары, әҙер металл изделиелар, тире һәм тире изделиелары, аяҡ кейеме, текстиль өлкәһе, тегеү, целлюлоза-ҡағыҙ, химия, металлургия, быяла һәм фарфор-фаянс сфераһында етештереүҙе, ағастан изделиелар етештереүҙе, металл ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙе тормошҡа ашырыусы республика башҡарма власы органы.
Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының ҡыҫҡартылған исеме — БР МПИП.
Адресы: 450076, башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 3
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БР МПИП сәнәғәт етештереү, Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм фәнни-техник потенциалын арттырыу һәм тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу маҡсатында, сәнәғәт етештереү өлкәһендәге эшмәкәрлекте координациялай һәм көйләй, инновация сәйәсәтен формалаштыра һәм томошҡа ашыра.
Министрлыҡ вәкәләттәренә ингән сәнәғәт үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй, иҡтисади эшмәкәрлек төрөн тормошҡа ашырыу һәм үҫтереү буйынса программа документтарын әҙерләй, төбәк фәнни-техник һәм инновацион үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй; Башҡортостан Республикаһының концепцияларын, стратегияларын, инновациялы үҫеш программаһын эшләй һәм тормошҡа ашыра, оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларын үҫтереү һәм үҙгәртеп ҡороу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша; ведомство ҡарамағындағы сәнәғәт ойошмаларының дәүләт оборона заказын үтәү буйынса эшмәкәрлеген яраштыра, инновация эшмәкәрлеге субъекттарына халыҡ-ара фәнни, ғилми-етештереү һәм етештереү бәйләнештәрен һ. б. тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә.
2013 йылда Башҡортостан Республикаһында инвестициялар күләме йән башына 22260 һум менән баһалана.
2013 йылда предприятие һәм ойошмаларҙың инвестицияларын формалаштырыуҙың төп сығанағы булып үҙ өлөшө 61,5 % тәшкил иткән сараһы тора. Инвестицияларҙың 27,6 % килем иҫәбенә аҡса бүленгән, амортизацион бүлемдәр суммаһы иҫәбенә — 30,7 %.
2012 йылда федераль ҡаҙнанан 11 221,56 млн. һум йәлеп ителә, шул иҫәптән 6 сәнәғәт предприятиеһы һәм 4 ғилми институт федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә финансланған дөйөм суммаһы 1 481,33 млн тәшкил иткән 6 федераль маҡсатлы һәм 1 дәүләт программаһында ҡатнаша; субсидиялар — 524,93 млн. һум; оборона заказын үтәүгә дәүләт контракттарына һәм башҡа төрлө дәүләт контракттарына — 9 215,3 млн. һум бүленгән.
Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы йәштәрҙең Рәсәй Федерацияһының алдынғы юғары уҡыу йорттарында йүнәлтмә менән уҡыуына түләй.[1]
БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2012 йылдан Карпухин Алексей Иванович.
- Ваһапов Роберт Фәнил улы (2010—2012)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]www.minpromrb.ru
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.minpromrb.ru/upload/news/2013.06/up192.pdf(недоступная ссылка)