РН-БашНИПИнефть
РН-БашНИПИнефть | |
Нигеҙләү датаһы | 1947 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Өфө, Рәсәй |
«РН-БашНИПИнефть» — нефть ятҡылыҡтарын эҙләү буйынса эштәр алып барған ғилми-тикшеренеү һәм проект институты. Ул, «Башнефть» АНК-һы ПАО-һының Кесе компанияһы булараҡ, нефть һәм газ тупланмаларын эҙләү һәм табыу, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү, скважиналар ҡороу, нефть сығарыу, нефть ятҡылыҡтарын төҙөкләндереү проекттарын төҙөү өлкәһендә төп ғилми үҙәк булып тора.
Тулы исеме — «Роснефть — Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты» Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Офисы Өфөлә урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта ойошмала 1200-ҙән ашыу кеше эшләй.
Составында 27 фәнни-проект институты булған «„Роснефть“ нефть компанияһы» ПАО-һына инә[1].
Институт тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Башнефть» ғилми үҙәге үҙенең тарихын 1947 йылда асылған Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институты менән бәйләй, уның алдына девон нефте ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе фәнни-техник яҡтан тәьмин итеү бурысы ҡуйыла. 1970 йылдан «Башнефть» производство берекмәһе составындағы институт «БашНИПИнефть» исемен йөрөтә.
Исемен үҙгәртеү тарихы:
- 1970—2002 — «БашНИПИнефть»;
- 2002—2004 — «БашНИПИнефть» инжиниринг компанияһы;
- 2004—2006 — «Геопроект» Кесе ЯСЙ-һы;
- 2006—2008 — «Башгеопроект» ЯСЙ-һы;
- 2008—2010 — «Башнефть-Геопроект» ЯСЙ-һы;
- 15.07.2010 — 31.10.2018 — «БашНИПИнефть» ЯСЙ-һы.
- 1.11.2018 — хәҙерге ваҡытта — «РН-БашНИПИнефть» ЯСЙ-һы.
2018 йылда ул эшләгән бөтә төбәктәрҙә «НК „Роснефть“» ПАО-һының эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн Өфөләге БашНИПИнефть һәм РН-УфаНИПИнефть институттарын берләштереү планлаштырыла.
Төп эшмәкәрлек йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геология һәм эшмәкәрлек:
- нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү һәм табыу;
- нефть һәм газ запастарын иҫәпләү;
- нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу;
- проект документацияһын иҡтисади нигеҙләү.
- нефть сығарыу һәм ҡала төҙөлөшө объекттарын проектлау.
- проект-смета документтарын эшкәртеү;
- биналар һәм ҡоролмаларҙың төҙөлөш конструкцияларын һәм нигеҙен тикшереү;
- комплекслы инженер тикшеренеүҙәре.
- скважиналар төҙөү теникаһы һәм технологиялары:
- скважиналар төҙөүҙе проектлау;
- горизонталь һәм күп забойлы скважиналар төҙөү;
- быраулау һәм тампонаж иҙмәләрҙе эшкәртеү.
- нефть сығарыу техникаһы һәм технологиялары:
- «Насос» программа-технология комплексы;
- «Цикл» насос штангыларын йүнәтеүҙең ҡулай сроктарын билдәләү өсөн автоматлаштырылған иҫәп-хисап программаһы;
- ике һәм өс ҡатламға эшсе агенттарын (иҙмәләрен) бер үк ваҡытта-айырым һурҙыртыу технологияһы (ОРЗА);
- нефтте бер үк ваҡытта-айырым сығарыу өсөн икеплунжер ҡоролмаһы (ОРД).
- «БашНИПИнефть» — Р. Требс һәм А. Титов исемендәге ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүҙең генераль проектлаусыһы. Проект сиктәрендә разведкаға быраулау зона проекты үтәлде, ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙә геологик һәм фильтрлау моделдәрен күҙаллаған технологик схема булдырылды.
Билдәле хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Елеферий Исаакович Суханкин — 1939—1964 йылдарҙа УфНИИ (БашНИПИнефть) лабораторияһы мөдире. «Ҡатлам шарттарында нефттең физик үҙенсәлектәрен ентекләп тикшереүҙең яңы ысулдарын эшкәрткән өсөн» өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Научно-исследовательский и проектный институт «БашНИПИнефть» отметил 70-летие . www.rosneft.ru. Дата обращения: 6 декабрь 2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Книга нефти 2018 йыл 14 март архивланған.