Башҡортостан 24 (телеканал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан 24
Ил

Рәсәй Рәсәй

Тапшырыу зонаһы

интернет

Эшләй башланған ваҡыт

2016

Милексе

«Всероссийская государственная телевизионная и радиовещательная компания»

Етәксеһе

Азамат Салихов

Сайт

https://gtrk.tv/b24

Башҡортостан 24 — 2016 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2013 йылдың 20 апрелендәге указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән интернет-телеканал. Телеканал «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы»ның барлыҡ тапшырыуҙарын туплай һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Тамашасылар «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы» үткәргән барлыҡ фестивальдәр һәм конкурстарһа ҡатнашыусылар тураһында һәм Рәсәй төбәктәре журналистарының фильмдарын ҡарай ала. Тапшырыу селтәрендә күрше өлкәләрҙең, Волга буйы федераль округы субъекттарының төрлө темаға арнылған программалары урын алған. Тапшырыуҙан рус һәм башҡорт телдәрендә әҙерләнә. «Башкортостан 24» телеканалында яңылыҡтар айырым урын алып тора. Республикала йәшәгән халыҡтарҙың көнкүреше, мәҙәниәте, тарихы һәм хәҙерге тормошо турыһындағы тапшырыуҙар телеканалдың төп маҡсаты. Замандаштар тураһында очерктар әҙерләнә.

Бынан тыш телеканал «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы» архивында булған спектакльдәр, нәфис һәм документаль фильмдар күрһәтә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]