Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге
Атамаһы Словарь топонимов Башкирской АССР һәм Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге
Автор Камалов Азат Әхмәҙулла улы, Шәкүров Рәшит Закир улы һәм Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы
Автор Хисматов, Мухаметьян Фазылъянович
Нәшер итеүсе Китап
Нәшер ителеү урыны Өфө
Нәшер ителеү ваҡыты 1980

Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге (рус. Словарь топонимов Башкирской АССР)— хәҙерге Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге топонимдар һүҙлеге, белешмә китап. Төҙөүселәре: А. Ә. Камалов, Р. З. Шәкүров, 3. Ғ. Ураҡсин, М. Ф. Хисмәтов. Китап тәүге тапҡыр 1980 йылда Өфөлә Башҡортостан китап нәшриәтендә рус телендә донъя күрә[1].

Китап 2002 йылда «Словарь топонимов Республики Башкортостан» («Башҡортостан Республикаһы топонимдары һүҙлеге») исеме менән яңынан баҫтырыла.

Төп өлөш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китап А.Ә.Камалов яҙған инеш һүҙ менән асыла. Автор унда был һүҙлек менән ҡулланыу тәртибен, уның төҙөлөшөн аңлата.

Топонимдарға аңлатмаларҙы А. Ә. Камалов ( а, б, в, г, ғ, д, з, е, ж, з, и, й, к, ҡ, л хәрефтәренә башланған атамалар); Р. З. Шәкүров ( н, о, ө, п, р, с, ҫ, т, у, у, ф, х, Һ, ц, ч хәрефтәренә башланған); ( м, ш, щ хәрефтәренә башланған); М. Ф. Хисмәтов ( ы, э, э, ю, я хәрефтәренә башланған) яҙған.

«Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге» лингвистар, тарихсылар һәм башҡа Башҡортостан топонимияһы,географияһы һәм тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән. Ул бер нисә йыл барышында мөхәрририәт һәм нәшриәт, дәүләт реестр хеҙмәте, эске эштәр министрлығының миграция бүлектәре, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре өсөн ғәмәли белешмә ролен үтәй.

Һүҙлектә төрлө атамаларҙың килеп сығышы, төбәк тарихы һәм хәҙергеһе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г. - 200 стр.
  • Словарь топонимов Республики Башкортостан / [сост. А. А. Камалов и др.]. — Уфа :Китап, 2002. — 253 с. — Загл. парал. рус., башк. — 5000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]